+9 °С
Дождь
Яңылыҡтар
24 Апреля , 15:51

«Минең шәжәрәм» IX асыҡ республика конкурсына йомғаҡ яһалды

Бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһында Башҡортостан республикаһының архив эштәре буйынса идаралығы һәм республикабыҙҙың Милли архивы тарафынан ойошторолған «Башҡортостан-геройҙар иле» темаһына «Минең шәжәрәм» IX асыҡ республика конкурсына тантаналы рәүештә йомғаҡ яһалды.

«Минең шәжәрәм» IX асыҡ республика конкурсына йомғаҡ яһалды«Минең шәжәрәм» IX асыҡ республика конкурсына йомғаҡ яһалды
«Минең шәжәрәм» IX асыҡ республика конкурсына йомғаҡ яһалды

Бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһында Башҡортостан республикаһының архив эштәре буйынса идаралығы һәм республикабыҙҙың Милли архивы тарафынан ойошторолған «Башҡортостан-геройҙар иле» темаһына «Минең шәжәрәм» IX асыҡ республика конкурсына тантаналы рәүештә йомғаҡ яһалды.
Башҡортостандың архив эштәре буйынса идаралығы етәксеһе Илһам Фәтҡуллин телмәрендә ярыштың маҡсаттарын һәм бурыстарын атаны һәм ярыштың илебеҙ тарихында әһәмиәтен белдерҙе:
– Был сараны беҙ 2017 йылдан алып үткәреп киләбеҙ. Ярыштың төп маҡсаты йәш быуындың республика һәм ил тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын дәртләндереү һәм мәктәп уҡыусыларының, студенттарҙың шәжәрәләренең тарихын өйрәнеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереү. Әлеге презентациялар аша беҙ балаларҙың ватансылыҡ, тарихи, хәрби һәм мәҙәни мираҫҡа һаҡсыл ҡарашын күрәбеҙ. Был юлы Өфө, Салауат ҡалалары, Белорет, Ғафури, Ишембай, Мәләүез, Тәтешле, Өфө райондарынан уҡыусылар, гимназистар, студенттар һәм йәштәре әүҙемлек күрһәтте. Башҡа мәктәптәрҙең дә был юҫыҡта эш алып барыуҙарын теләйем.
Бөгөнгө көндә, республикабыҙҙа илебеҙҙе һаҡлауысы яугирҙәр күп. Уларҙың батырлыҡтарын, нәҫелен һәм тормошон өйрәнгән балалар бар икән,тимәк беҙҙең тарихи дөрөҫлөктө күсереп яҙырға яратҡан “дуҫтарыбыҙ” алдында беҙҙең ғилме тикшеренеүҙәр ҙур бер факт булып торасаҡ. Шул юҫыҡтағы эшебеҙҙең илебеҙ тарихында бик кәрәкле икәнен аңлап эшләгән ҡатнашыусыларға ҙур ихтирамымды белдерәм һәм еңеүселәрҙе ҡотлайым. Һеҙҙең һымаҡ рухлы һәм белемгә, фәнгә ынтылған йәштәр булғанда илебеҙ тарихы архивтарҙа дөрөҫ һаҡлаланасаҡ тине- Илһам Фәткуллин.
Башҡортостан Республикаһының Милли архивы етәксеһе Кинйә Күскилдин хәбәр итеүенсә ижади бәйге өс номинация буйынса ойошторола - «Ата-бабаларым Ватанды һаҡлауҙа», «Минең ватандаштарым-Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар», «Башҡортостан-геройҙар иле (тауыш оҙатыуы менән видеопрезентация)». Конкурс комиссияһы адресына 200-гә яҡын ғилми-тикшеренеү эше килгән. Әммә ҡайһы бер эштәр конкурс тураһында положение талаптарына яуап бирмәй, шуға күрә улар икенсе этапҡа индерелмәгён. Ошо шарттарҙы иҫәпкә алып, йәш тарихсы-генеалогтарҙың ижади ярышында 186 ғилми-тикшеренеү эше авторы ҡабул ителә.
Элекке йылдарҙағы кеүек үк, ижади ярышта Рәсәй Федерацияһының бер нисә төбәге вәкилдәре Пермь крайы, Свердловск өлкәһе, Татарстан Республикаһы һәм Удмуртия вәкилдәре лә ҡатнаша.

 

Конкурс эштәре түбәндәге йәш категориялары буйынса ҡаралды: дөйөм белем биреү ойошмаларының 7-11 кластары уҡыусылары; урта профессиональ белем биреү ойошмалары һәм юғары белем биреү ойошмалары студенттары; 35 йәшкә тиклемге йәштәр.
Фекер алышыу һөҙөмтәһендә өс номинацияла һәм өс йәш категорияһында иң яҡшы конкурс эштәре авторҙары билдәләнде.
Дөйөм белем биреү ойошмаларының 7-11 класс уҡыусылары араһында «Ата-бабаларым Ватанды һаҡлауҙа» номинацияһында иң яҡшы эш тип Өфө ҡалаһы Николай Ильич Попов исемендәге 128-се мәктәп муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһының 10-сы класы уҡыусыһы Абдуллин Вилдандың эше танылды. Уның ғилми-тикшеренеү эшенең темаһы: Ҡаһарман туғандарым. Вилдандың ғилми етәксеһе-Әхмәтшина Юлиә Ринат ҡыҙы, ошо мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы).
«Минең ватандаштарым – Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар» номинацияһында иң яҡшы эш тип -Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 7-се класы уҡыусыһы Ваһапова Наҙгөлдөң эше билдәләнде. Уның ғилми-тикшеренеү эшенең темаһы: «Башҡортостан – геройҙар иле. Ватанды яҡлауҙа. Ғилми етәксеһе-Ваһапов Айсыуаҡ Абдулла улы. Шулай уҡ Был номинацияла Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класы уҡыусыһы Уразаев Ислам призер булды. Уның эшенең темаһы: «Һигеҙ ағай – энем Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар». Фәнни етәксеһе Шәрәфетдинова Нәсимә Әнүәр Ҡыҙы, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы.
«Башҡортостан – геройҙар иле (тауыш оҙатыуы менән видеопрезентация)» номинацияһында Күмертау ҡалаһы ҡала округының 6-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 8-се класс уҡыусылары Артамкина Юлия, Чанышева Арина һәм Телешев Антон еңеүсе тип танылды. Уларҙың берлектәге ғилми-тикшеренеү эшенең темаһы: «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ». Фәнни етәксеһе Закурдаева Валентина Ивановна, мәктәп музейы етәксеһе.
Был номинацияла беҙҙә тағы ла бер еңеүсе булды. Был Йәгфәров Тимур Ришат улы, Октябрьский ҡалаһы ҡала округының 4-се Башҡорт гимназияһының 9-сы класы уҡыусыһы. Уның эшенең темаһы: «Башҡортостан-геройҙар иле». Ғилми етәксеһе Махьянова Лилиә Салауат Ҡыҙы, гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Конкурсанттарҙың – үҙ номинацияларында беренсе урын алған урта дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусыларының презентациялары тамашасының күңелендә сағыу тәҫир ҡалдырҙы.

Урта профессиональ белем биреү ойошмалары һәм юғары белем биреү ойошмалары студенттары араһында «Минең ата-бабаларым Ватанды һаҡлауҙа» номинацияһында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының II курс студенты Зәйнетдинов Артур еңеүсе булды. Уның эшенең темаһы: «Мин хәтерләйем, мин ғорурланам»: Беренсе донъя һуғышы һалдаттарынан алып Бөйөк Еңеү геройҙарына тиклем. Ғилми етәксеһе Артур-Ғәлиева Рәзилә Мөнир Ҡыҙы, шишмә районы Шөңгәккүл ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, был номинацияла колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттарының ғилми-тикшеренеү эштәре кимәле шул тиклем юғары булған, Шуға күрә конкурс комиссияһы тәүге ике урынды бирергә ҡарар иткән.
Беренсе урынды Башҡорт кооператив техникумының I курс студенты Йәнбәков Ильяс ,үлеште. Уның эшенең темаһы: «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ата-бабаларымдың батырлығы». Ғилми етәксеһе Ильяса-Абдуллина Рәшиҙә Бикйән Ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡорт кооператив техникумы китапханаһы мөдире.
«Минең ватандаштарым – Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар» номинацияһында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының IV курс студенты Эльвина Большакова еңеүсе булды. Уның эшенең темаһы: “Тамырҙарҙан йондоҙҙарға тиклем” Рәсәй Геройы Станислав Большаковтың нәҫеле тураһында. Ғилми етәксеһе-Хашимова Светлана Фәнил Ҡыҙы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, педагогик хеҙмәт ветераны, Яңауыл үҙәк район китапханаһының баш китапханасыһы. Әйткәндәй, ул 2024 йылда уҙғарылған «Минең шәжәрәм» конкурсында Гран-при яулаған Зөлмир Закировтың ғилми етәксеһе булған. Светлана Фәнил Ҡыҙы, йәш быуында тарихҡа һәм патриотизмға һөйөү тәрбиәләү һәм арымай-талмай эшләй.
Конкурс комиссияһы ҡарары буйынса студенттар араһында «Башҡортостан – геройҙар иле (тауыш оҙатыуы менән видеопрезентация)» номинацияһында бер кем дә еңеүсе тип танылмаған.
35 йәшкә тиклемге йәштәр категорияһында.
«Минең ата-бабаларым Ватанды һаҡлауҙа» номинацияһында еңеүсе Шишмә районы Енғалыш ауылы Урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Корнилаева Екатерина Владимировна яуланы.
«Минең ата-бабаларым Ватанды һаҡлауҙа» тигән иҫ киткес хеҙмәт авторы конкурс комиссияһының берҙәм фекере буйынса, бөтә номинацияларҙы һәм йәш категорияларын иҫәпкә алып, Гран-при яулаусы тип танылды. Был бәхетле йәш кеше-Ишмөхәмәтов Данис. Ул Советтар Союзы Геройы Василий Ильич Утин исемендәге КУШНАРЕНКО ауыл хужалығы колледжының II курс студенты. Данистың ғилми етәксеһе-колледждың уҡыу бүлеге секретары Хәйбрахманова ксения Илшат Ҡыҙы.
IX шәжәрә конкурсы еңеүселәрен һәм призерҙарын ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабанғы ижади уңыштар теләйбеҙ!

Зилә Ғәлләмова

«Минең шәжәрәм» IX асыҡ республика конкурсына йомғаҡ яһалды
«Минең шәжәрәм» IX асыҡ республика конкурсына йомғаҡ яһалды
«Минең шәжәрәм» IX асыҡ республика конкурсына йомғаҡ яһалды
«Минең шәжәрәм» IX асыҡ республика конкурсына йомғаҡ яһалды
«Минең шәжәрәм» IX асыҡ республика конкурсына йомғаҡ яһалды
«Минең шәжәрәм» IX асыҡ республика конкурсына йомғаҡ яһалды
«Минең шәжәрәм» IX асыҡ республика конкурсына йомғаҡ яһалды
«Минең шәжәрәм» IX асыҡ республика конкурсына йомғаҡ яһалды
«Минең шәжәрәм» IX асыҡ республика конкурсына йомғаҡ яһалды
Автор:Зиля Галлямова
Читайте нас