+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
26 Апреля , 09:58

Өфөлә Еңеү паровозын 10 меңләп кеше ҡаршы алды

Бөгөн “Өфө” тимер юл станцияһында халыҡ Еңеү паровозын ҡаршыланы.

Өфөлә Еңеү паровозын 10 меңләп кеше ҡаршы алдыӨфөлә Еңеү паровозын 10 меңләп кеше ҡаршы алды
Өфөлә Еңеү паровозын 10 меңләп кеше ҡаршы алды

Бөгөн “Өфө” тимер юл станцияһында халыҡ Еңеү паровозын ҡаршыланы.

Байрамса биҙәлгән паровозға һуғыш йылдары техникаһы тейәлгән ун платформа тағылған. Пассажир вагондарына Үлемһеҙ полк урынлаштырылған.

Платформаларҙағы техника араһында уникаль өлгөләр бар: Т-70 танкыһы, 1939 йылғы гаубица, 1943 йылғы миномет, зенит установкалары, чехтарҙың “Прага” трофей танкыһы.

Ретропоездың килеп туҡтауы тураһындағы докладты Куйбышев тимер юлының Башҡортостан территориаль идаралығы начальнигы урынбаҫары Дмитрий Новиков ҡабул итте. Тантанала республика Хөкүмәте һәм Өфө мэрияһы вәкилдәре, ветерандар, тимер юлсылар, уларҙың ғаилә ағзалары, тимер юл техникумы уҡыусылары, ҡала халҡы ҡатнашты.

Тамашасылар байрам концертын ҡараны, һалдат бутҡаһы менән сәйҙән ауыҙ итте, “Георгий таҫмаһы” акцияһына ҡушылды.

Быйыл Еңеү паровозы Куйбышев тимер юлының 22 станцияһында туҡтай. Башҡортостанда ул Өфөнән тыш тағы Стәрлетамаҡта һәм тәүләп Туймазы ҡалаһында туҡтала.

Сығанаҡ: Куйбышев тимер юлы / матбуғат хеҙмәте.

 

Өфөлә Еңеү паровозын 10 меңләп кеше ҡаршы алды
Өфөлә Еңеү паровозын 10 меңләп кеше ҡаршы алды
Өфөлә Еңеү паровозын 10 меңләп кеше ҡаршы алды
Өфөлә Еңеү паровозын 10 меңләп кеше ҡаршы алды
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас