+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
26 Апреля , 07:48

Геройҙар урманы – хөрмәт билдәһе

Нуриман районы Байгилде ауылы эргәһендә 2 гектарҙа Геройҙар урманына нигеҙ һалынған. Унда Ватанды һаҡлаусыларға һәм яҡлаусыларға хөрмәт билдәһе итеп  8 мең төптән ашыу ҡарағай, йүкә, дардар(ясень) ағастарының үҫентеләрен  ултыртҡандар.

Геройҙар урманы – хөрмәт билдәһеГеройҙар урманы – хөрмәт билдәһе
Геройҙар урманы – хөрмәт билдәһе

Нуриман районы Байгилде ауылы эргәһендә 2 гектарҙа Геройҙар урманына нигеҙ һалынған. Унда Ватанды һаҡлаусыларға һәм яҡлаусыларға хөрмәт билдәһе итеп  8 мең төптән ашыу ҡарағай, йүкә, дардар(ясень) ағастарының үҫентеләрен  ултыртҡандар.

Сара ҙур әһәмиәткә эйә булған, унда республика Хөкүмәте ағзалары, район етәкселәре, район халҡы, шулай уҡ уҡыусылар ҙа ҡатнашҡан.

Республикала “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы, “Йәшел Башҡортостан” сараһы  бара, халыҡ  дәррәү ағас ултырта.

Байгилде ауылы эргәһендә урман ултыртыу  “Экологик именлек” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә үткән.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас