+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
26 Апреля , 10:36

Майҙа мәктәптәрҙә Еңеү йырҙары ҡыңғырау сыңын алмаштыра

Май айында бөтә Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан мәктәптәрендә, дәрес башланыу һәм тамамланыу тураһында ҡәҙимге ҡыңғырау сыңы түгел, ә Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы йырҙар хәбәр итәсәк.

Майҙа мәктәптәрҙә Еңеү йырҙары ҡыңғырау сыңын алмаштыраМайҙа мәктәптәрҙә Еңеү йырҙары ҡыңғырау сыңын алмаштыра
Майҙа мәктәптәрҙә Еңеү йырҙары ҡыңғырау сыңын алмаштыра

Май айында бөтә Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан мәктәптәрендә, дәрес башланыу һәм тамамланыу тураһында ҡәҙимге ҡыңғырау сыңы түгел, ә Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы йырҙар хәбәр итәсәк.

Исемлеккә бөтәһенә лә таныш алты композиция ингән:

- «День Победы» (Владимир Харитонов һүҙҙәре, Давид Тухманов көйө), Лев Лещенко башҡара, Ю.В.Силантьев исемендәге Академик Ҙур концерт оркестры аранжировкаһы;

— «Журавли» (Рәсүл Ғамзатов шиғыры, Наум Гребневтың руссаға тәржемәһе, Ян Френкель музыкаһы), Дмитрий Хворостовский, «Стиль пяти» ансамбле һәм  «Духовное возрождение» хоры менән  Е. Ф. Светланов исемендәге Рәсәй дәүләт оркестры башҡара;

— «О той весне» (Елена Плотникова һүҙҙәре һәм көйө), «МультиКейс» балалар ансамбле башҡара;

— «Синий платочек» (Яков Галицкий һүҙҙәре, Михаил Максимовтың фронт версияһы, Ежи Петерсбурский музыкаһы), Клавдия Шульженко башҡарыуында;

— «Тишина» (Денис Майданов һүҙҙәре, көйө, башҡарыуы);

— «Только на фронте» (Василий Лебедев-Кумач һүҙҙәре, Анатолий Лепин көйө), Лев Полосин һәм Борис Кузнецов башҡара.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас