+17 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
27 Апреля , 07:06

9-сы синыфта уҡ һөнәргә таныҡлыҡ алырға була

Рәсәй мәктәптәренең  туғыҙынсы синыф уҡыусылары  уҡыу барышында эшсе һөнәрен дә үҙләштерһә, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын (ГИА) тапшыра алмаһа ла,  квалификация бирелеүе тураһында таныҡлыҡ аласаҡ.

9-сы синыфта уҡ һөнәргә таныҡлыҡ алырға була9-сы синыфта уҡ һөнәргә таныҡлыҡ алырға була
9-сы синыфта уҡ һөнәргә таныҡлыҡ алырға була

Рәсәй мәктәптәренең  туғыҙынсы синыф уҡыусылары  уҡыу барышында эшсе һөнәрен дә үҙләштерһә, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын (ГИА) тапшыра алмаһа ла,  квалификация бирелеүе тураһында таныҡлыҡ аласаҡ.

Был турала Рәсәй Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр иткән.

Уҡыусылар имтиханды ҡабат тапшырырға әҙерләнгән саҡта ла һөнәргә өйрәнә ала.

Балалар мәктәп, колледж йә предприятиеларҙағы уҡыу үҙәктәре базаһында һөнәргә уҡытыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта улар мәктәп программаһы буйынса уҡыуын да дауам итәсәк.

Был хоҡуҡты 2026 йылда уҡ файҙалана башларға мөмкин.

Уҡыусыларҙы ниндәй профессияларға өйрәтеүҙе төбәктәр үҙҙәре хәл итә. Тәү сиратта төбәккә ниндәй эшселәр кәрәклеге күҙҙә тотола.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас