+17 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
27 Апреля , 08:10

Өйгә эш биреүҙең файҙаһы юҡ, тигәндәр!

Мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында өйгә эштең әһәмиәте бөтә, сөнки уны нейроселтәрҙәр йәһәт кенә эшләп бирә. Рособрнадзор етәксеһе Анзор Музаев ТАСС хәбәрсеһе менән әңгәмәһендә шулай тигән.

Өйгә эш биреүҙең файҙаһы юҡ, тигәндәр!Өйгә эш биреүҙең файҙаһы юҡ, тигәндәр!
Өйгә эш биреүҙең файҙаһы юҡ, тигәндәр!

Мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында өйгә эштең әһәмиәте бөтә, сөнки уны нейроселтәрҙәр йәһәт кенә эшләп бирә. Рособрнадзор етәксеһе Анзор Музаев ТАСС хәбәрсеһе менән әңгәмәһендә шулай тигән.

“Уҡытыусы биргәнде яһалма аң уңышлы үтәп бирһә, мин, атай булараҡ, был эштең мәғәнәһе юҡ тип әйтәм. Шул саҡта ғына бер мәғәнәһе булыр: әгәр уҡытыусы уҡыусыны таҙа һыуға сығарырға тырышһа – үҙе эшләгәнме, үҙе түгелме”, – тигән ул.

Анзор Музаев билдәләүенсә, шиғыр ятлау, йөкмәткене һөйләп биреү кеүек гуманитар заданиелар, һәр ваҡыттағыса, уҡыусының шәхси тырышлығын талап итә һәм ЯА тарафынан эшләнә алмай.

Музаев яһалма аң ҡулланыуҙы тотош белем биреү системаһы өсөн ҙур ҡаршылыҡ тип баһалаған. Уның фекеренсә, яңы шарттарҙа уҡытыуҙың һөҙөмтәлелеген тәьмин итеү өсөн яңы етди сиселештәр кәрәк.

ФОТО: Ксения Калинина / Башинформ.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Теги:өйгә эш
Читайте нас