+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
28 Апреля , 07:11

Йәйге лагерҙар балаларҙы ҡабул итергә әҙерләнә

Йәй яҡынлашҡан һайын ата-әсәләрҙе лә, балаларға ҡағылышы булған төрлө кимәл етәксе ағай-апайҙарҙы ла йәйге каникулды ойоштороу мәсьәләһе уйландыра башлай.

Йәйге лагерҙар балаларҙы ҡабул итергә әҙерләнәЙәйге лагерҙар балаларҙы ҡабул итергә әҙерләнә
Йәйге лагерҙар балаларҙы ҡабул итергә әҙерләнә

Йәй яҡынлашҡан һайын ата-әсәләрҙе лә, балаларға ҡағылышы булған төрлө кимәл етәксе ағай-апайҙарҙы ла йәйге каникулды ойоштороу мәсьәләһе уйландыра башлай.

Башҡортостанда йәйге лагерҙар күп. Йылдан-йыл яңылары асыла.  Быйыл республикала 1940 лагерь эшләйәсәк. Улар 200 меңдән ашыу баланы  ҡабул итәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте етәксеһе Андрей Назаров хәбәр иткән.

Йәйге лагерҙарҙа Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан 600 бала ял итәсәк.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына айырым иғтибар биреләсәк. Һуңғы өс йылда 10 меңдән ашыу бала түләүһеҙ сменала ял иткән.

Балаларҙың ялы хәүефһеҙ үтһен өсөн дә саралар күрелә. Лагерҙарҙыү именлеген һаҡлаусылар, балалар һаулығы һағында торасаҡ медиктар, тәмле аштар бешерәсәк ашнаҡсылар ғәскәре эшкә төшәсәк. Уларҙың һаны 30 меңдән ашыу буласаҡ. Һәммәһе тейешле әҙерлек һәм уҡытыу курсы үтәсәк.

20 майға тиклем бөтә йәйге лагерҙар санитар һығымталар алып бөтөргә тейеш. Беренсе йәйге смена ғәҙәттәгесә 1 июндә асыла.

Башинформ таҫмаһынан.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас