

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко үткәргән онлайн-кәңәшмәлә балаларға ҡағылышлы темалар ҙа күтәрелде. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
- Йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлеккә килгәндә, Башҡортостанда быйыл йәй 1940 балалар лагеры эшләйәсәге, уларҙа 200 меңдән ашыу бала, шул иҫәптән Донецк һәм Луганск республикаларынан 600 бала ял итәсәге хәбәр ителде.
Балаларға ялдың башҡа төрҙәре лә тәҡдим ителәсәк: спорт саралары, походтар, экскурсиялар, ихата майҙансыҡтары, оҫталыҡ дәрестәре һ.б. Ҡыҫҡаһы, республикала йәшәгән 442 307 уҡыусы баланы ялдың төрлө төрҙәренә йәлеп итеү планлаштырыла.
- “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда быйыл 53 белем биреү һәм тәрбиә учреждениеһы ремонтланасаҡ: 6 балалар баҡсаһы, 6 колледж, 41 мәктәп бинаһы. Объекттарҙың 36-һын 1 авгусҡа тапшырырға уйлайҙар. Тағы ла 5 мәктәпте яңыртыу ике йылға иҫәпләнгән. 28,5 мең уҡыусы һәм студент заманса уҡыу шарттары аласаҡ.
- Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына (ГИА) әҙерләнеүгә килгәндә, Башҡортостанда 17 698 уҡыусы БДИ тапшырыуға, 54 147 уҡыусы ТДИ-ға теркәлгән. БДИ үткәреү пункттары һаны – 158, ТДИ – 408 буласаҡ.
Уҡыусылар араһында иң популяр предметтар – профилле математика һәм йәмғиәт белеме. Физикаға ҡыҙыҡһыныу артҡан. Химия, биология, информатика ла балалар араһында популяр, тип билдәләйҙәр Башҡортостан Мәғариф министрлығында.
Сығанаҡ: Башинформ.