+14 °С
Облачно
Яңылыҡтар
30 Апреля , 11:30

Һүҙ ҡәҙерен белгән ғалим ине

Быйыл тел ғалимы, башҡорт теле буйынса белгес, тәржемәсе, яҙыусы Әкрәм Ғибаҙулла улы Бейешевтең тыуыуына 100 йыл тулды. Ул 1926 йылдың 16 апрелендә  Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында донъяға килгән, 2003 йылдың 2 октябрендә мәрхүм булды.

Һүҙ ҡәҙерен белгән ғалим инеҺүҙ ҡәҙерен белгән ғалим ине
Һүҙ ҡәҙерен белгән ғалим ине

Быйыл тел ғалимы, башҡорт теле буйынса белгес, тәржемәсе, яҙыусы Әкрәм Ғибаҙулла улы Бейешевтең тыуыуына 100 йыл тулды. Ул 1926 йылдың 16 апрелендә  Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында донъяға килгән, 2003 йылдың 2 октябрендә мәрхүм булды.

 

Әкрәм Ғибат улы иҫ киткес киң эрудицияһы, бик талантлы тел белгесе булды. Ул башҡорт теленең һүҙлектәрен төҙөүгә, башҡорт теленең ҡағиҙәләрен эшләүгә иҫ киткес ҙур хеҙмәт һалды.

Әкрәм 1943 йылда 17 генә йәшендә хәрби хеҙмәткә алына. Ул Алыҫ Көнсығышҡа ебәрелә, ә Еңеү көнөн Чехословакияның баш ҡалаһы Прагала ҡаршылай. Шунан тағы биш йыл хеҙмәт итә.

Армияға алынырҙан бер йыл алда ауырыу арҡаһында 10-сы синыфты уҡып өлгөрмәй. Әммә белем алыу теләге иҫ киткес көслө була уның. Бәхетенә, 1949 йылда хеҙмәт иткән часында офицерҙар өсөн киске мәктәп асыла. Тик Әкрәм офицер түгел, уны алмайҙар.

Егет уҡырға рөхсәт һорап Сталинға хат яҙа. Тик Сталин да, ҡағиҙәне боҙоп, рөхсәт бирә алмай.

Әкрәм дәрескә үҙ белдеге менән инеп ултыра башлай. Шул тиклем белем алырға теләгенең көслөлөгөн, нығымышлығын  күреп, уҡытыусылары уны дәрестәрҙән ҡыуырға йөрьәт итмәгәндер. Ә бер айҙан журналға теркәргә мәжбүр булалар.

Был турала Әкрәм Бейештең һеңлеһе, йәмәғәт эшмәкәре Ләлә Бейешева һөйләгән.

10-сыны гел “бишле”гә тамамалап, 1950 йылда тыуған яғына ҡайтып төшә һалдат. Бер йылдан Мәскәү дәүләт университеты филология факультетының көнсығыш телдәр бүлегенә инә. Артабан аспирантура тамамлай, тел ғалимы булып китә.

*

Ошо көндәрҙә Рәсәй Фәндәр академияһы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында башҡорт теленең лексик картографияһына Әкрәм Бейешев исеме бирелә. Башҡорт теленең фундаменталь аңлатмалы һүҙлеген төҙөүгә күп көс һалаул. 1993 йылда Мәскәүҙә баҫылған ике томлыҡ аңлатмалы һүҙлегебеҙ ысын мәғәнәһендә телебеҙҙең хазинаһы булып тора.

Әкрәм Бейеш төҙөгән картотека башҡорт теленең бөтмәҫ-төкәнмәҫ байлығын үҙ эсенә һыйҙырған. Ул йыйған һүҙҙәр, тел материалдары 100-ҙән ашыу башҡорт теле һүҙлегенең (аңлатмалы, терминологик, ике телле, диалектологик, топонимик һүҙлектәр) нигеҙен тәшкил итә.

Әкрәм Бейешевтең ПОРТРЕТЫ: Күгәрсен районы мәҙәниәт бүлеге сайты.

ФОТОЛАР: Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты / матбуғат хеҙмәте.

Һүҙ ҡәҙерен белгән ғалим ине
Һүҙ ҡәҙерен белгән ғалим ине
Һүҙ ҡәҙерен белгән ғалим ине
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас