

1 майҙан Башҡортостанда йәйге “комендант сәғәте” индерелә. 17-һе тулмаған балаларға 30 сентбяргә тиклем 23 сәғәттән иртәнге 6-ғаса йәмәғәт урындарында өлкәндәрһеҙ яңғыҙ йөрөргә ярамай.
Баланы полиция эләктерһә, ата-әсәгә йә бала өсөн яуаплы кешеләргә административ яуаплылыҡ янай. Протокол төҙөлә һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға ебәрелә. Шулай уҡ 500 – 2000 һумлыҡ штрафтар ҙа ҡаралған.
Баланы полиция бер нисә тапҡыр тотһа, уны профилактик иҫәпкә ҡуйыуҙары ихтимал.
Сығанаҡ: Башинформ.