

Самираға 6 йәш. «Урал батыр» эпосын ул ике йәшенән үк ятлай башлай. Күп конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулаған.
24 апрелдә Самира Сафина “Урал батыр”ҙы яттан һөйләүселәр ярышының Әбйәлил районында үткән зона этабында сығыш яһаны.
Был бәйгелә ҡатнашыусылар 4 категорияла ярышты:
мәктәпкәсә йәштәгеләр;
башланғыс синыфтар;
урта синыфтар (5–7-се);
өлкән синыфтар (8–11-се).
Самира Сафина мәктәпкәсә йәштәгеләр төркөмөндә еңеүсе булды. Афарин, Самира!
Ролик: “Ашҡаҙар” – Моңло радио.

