+13 °С
Облачно
Яңылыҡтар
30 Апреля , 10:22

Сергей Кравцов Өфөгә килде

Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов Өфөгә килде. Ул Рәсәй менән Ҡырғыҙстан араһындағы мәғариф бәйләнештәрен үҫтереүгә арналған сараларҙа ҡатнашты. Беҙгә Ҡырғыҙстандан мәғариф министры Догдуркул Кендирбаева етәкселегендәге ҙур делегация килгән. Яҡтарҙың осрашыуында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Сергей Кравцов Өфөгә килдеСергей Кравцов Өфөгә килде
Сергей Кравцов Өфөгә килде

Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов Өфөгә килде. Ул Рәсәй менән Ҡырғыҙстан араһындағы мәғариф бәйләнештәрен үҫтереүгә арналған сараларҙа ҡатнашты. Беҙгә Ҡырғыҙстандан мәғариф министры Догдуркул Кендирбаева етәкселегендәге ҙур делегация килгән. Яҡтарҙың осрашыуында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Рәсәй менән Ҡырғыҙстан араһындағы мөнәсәбәттәр даирәһендә туғыҙ ҡырғыҙ-рәсәй мәктәбен төҙөү тураһында һүҙ бара. Мәктәптәрҙең тәүгеләре 2027 йылдың сентябренә асылырға тейеш. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Ҡырғыҙстандан 200 кеше педагогтар әҙерләү программаһы буйынса уҡып йөрөй, улар беҙҙең республика уҡытыусыларының тәжрибәһен өйрәнә.

Сергей Кравцов та, Догдуркул Кендирбаева ла осрашыуҙан бик ҡәнәғәт ҡалды, улар Башҡортостандың мәғариф системаһы тураһында йылы фекерҙәр әйтте.

 

Олег Яровиков фотоһы / Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас