

Байрам менән!
1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы!
1 Май беҙҙең күңелдәрҙә һәр ваҡыт берҙәмлек һәм теләктәшлек, яңырыу, яҡты өмөттәр һәм емешле хеҙмәт кәүҙәләнешендә һаҡлана. Тыныслыҡ, бәхет, сәләмәтлек, барлыҡ ниәттәрҙең бойомға ашыуын, һеҙгә һәм яҡында рығыҙға уңыштар һәм именлек теләп ҡалабыҙ!
Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусылары һәммәбеҙҙе 1 Май байрамы менән ҡотлай!
Дүртенселәр рәсем дәресендә Яҙ һәм Хеҙмәт байрамына арналған һүрәттәр төшөргән. Сағыу, матур һүрәттәр килеп сыҡҡан!