

Яҙ етеп, ҡарҙар ирегәс, юлдар буйлап мопедтарҙа, мотоциклдарҙа үҫмерҙәр елдерә башланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был үҫмерҙәр хәүефле статистикаға ла эләккеләп тора.
Республика премьер-министры Андрей Назаров борсолоп былай ти:
“Мопедтар, мотоциклдар, квадроциклдар руле артында – үҫмерҙәр. Йыш ҡына праваһыҙ, һаҡ сараларыһыҙ, тәжрибәһеҙ. Соҡор, киҫкен маневр, ҡурҡыу – һәм фажиғәнән ҡотолоп булмай. Ата-әсәләр, зинһар, быға күҙ йомоп ҡарамағыҙ. “Күршенеке йөрөй бит, бер ни ҙә булмай ҙабаһа”, тип аҡланмағыҙ. Улығыҙ, ҡыҙығыҙ менән һөйләшегеҙ. Аңлатығыҙ: юлдағы мотоцикл – уйынсыҡ түгел, шәп булып күренеү ысулы ла түгел. Праваһыҙ, шлемһыҙ техникаға тотонорға рөхсәт итмәгеҙ, – ти Андрей Назаров, ата-әсәләргә өндәшеп. – Бер инспектор ҙа балағыҙға эйәреп, тик уны һағалап йөрөй алмай. Һеҙ уны үҙегеҙ генә һаҡлай алаһығыҙ. Зинһар, уяу булығыҙ, ирек еле бәлә еленә әйләнмәһен”.
Дөрөҫ әйтә премьер-министр, дыуамаллыҡ ҡазаға илтә.
Етәксе бәлиғ булмағандарҙы иҫкәртеү эшен көсәйтергә күрһәтмә биргән. Мәғариф министрлығы мәктәптәрҙәге акцияларға ҡушыласаҡ.
**
Бөгөн “Мототехника” рейды барышында ДПС-сылар Өфөнөң Затон биҫтәһендә питбайкта йөрөп ятҡан 13 йәшлек малайҙы туҡтатҡан.
Юл полицияһы үҫмерҙең атаһын саҡыртҡан, техниканы махсус туҡталҡаға алып киткән. Материалдар бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға тапшырыласаҡ. Моғайын, ғаиләне иҫәпкә ҡуйырҙар, баланы насар тәрбиәләгән өсөн штраф һалырҙар.
Башинформ таҫмаһынан.