

Апрель аҙағында астрономия менән инглиз теле буйынса ВсОШ йомғаҡтары билдәле булды.
“Сириус”та астрономия буйынса ярыштылар. 54 төбәктән 300-ләп уҡыусы ҡатнашты. Башҡортостандан (Өфө, Сибай, Салауат, Стәрлетамаҡ, Мәләүез) – 16. Шуларҙың 7-һе призер булды:
КАМСКИЙ Андрей (Өфө, 83-сө инженерлыҡ лицейы, 9-сы синыф)
СЕРЕДА Богдан (Өфө, 161-се лицей, 9-сы синыф)
СПИРИН Роман (Мәләүез районы, 3-сө гимназия, 10-сы синыф)
СӘМИҒУЛЛИН Наил (Өфө, 153-сө лицей, 10-сы синыф)
ЗӘЙНӘКОВ Илдар (Салауат, 1-се лицей, 10-сы синыф)
АБДУЛЛИН Морат (Өфө, 83-сө инженерлыҡ лицейы, 10-сы синыф).
Күбеһенең остазы – ӨФһТУ доценты, техник фәндәр кандидаты Анна Федоровна Шишкина.
Мәскәү дәүләт лингвистика университетында үткән инглиз теле олимпиадаһына илдең 89 төбәгенән 372 бала килде. Беҙҙән 7 уҡыусы ҡатнашып, 1-һе еңеүсе, өсөһө призер булып ҡайтты.
Еңеүсе:
ЕДРЕНКИН Никита (Өфө, 153-сө лицей, 11-се синыф)
Призерҙар барыһы ла 11-се синыфтан:
КОНДРАТЬЕВ Егор (Стәрлетамаҡ, 29-сы мәктәп)
УРАЗБАХТИН Марк (Өфө, 39-сы гимназия)
ХАЛИКОВА София (Бәләбәй, 1-се гимназия).
Остаздары – Башҡортостандың инглиз теле буйынса баш тренеры, РИЛИ уҡытыусыһы Александра Викторона Гаржанова.
**
Башҡортостандан бер уҡыусы, ВсОШ-тың астрономия һәм физика буйынса йомғаҡлау этаптарында ҡатнашып, икеһендә лә призер булды. Ул –
СПИРИН Роман, Мәләүездең 3-сө гимназияһының 10-сы синыф уҡыусыһы.
Фото: БР Мәғариф министрлығы / матбуғат хеҙмәте.
Сығанаҡ: Башинформ.