+21 °С
Облачно
Яңылыҡтар
5 Мая , 07:01

Балалар фольклориадаһына әҙерлек ҡыҙа

23–27 июндә Өфөлә III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы була. Илдең төрлө төбәктәренән балалар Башҡортостанға килергә йыйына. Репетициялар ҡыҙа, сөнки улар һәр береһе Фольклориада майҙанында сығыш яһаясаҡ.

Балалар фольклориадаһына әҙерлек ҡыҙаБалалар фольклориадаһына әҙерлек ҡыҙа
Балалар фольклориадаһына әҙерлек ҡыҙа

23–27 июндә Өфөлә III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы була. Илдең төрлө төбәктәренән балалар Башҡортостанға килергә йыйына. Репетициялар ҡыҙа, сөнки улар һәр береһе Фольклориада майҙанында сығыш яһаясаҡ.

Фольклориадала 10–18 йәшлек үҫмерҙәр ҡатнашасаҡ. Улар дүрт номинацияла оҫталығын күрһәтергә йыйына:

- халыҡ йыры

- халыҡ бейеүе

- халыҡ музыка ҡоралдары

- традицион мәҙәниәт.

Балалар байрамында сығыш яһаясаҡ һәүәҫкәрҙәр тураһында Фольклориаданың ВКонтакте платформаһындағы төркөмө постар биреп бара. Унда Башҡортостан балалары тураһында ла постар байтаҡ булып киткән. “Аманат” журналы төркөмөнә яҙылғандарҙы улар менән таныштыра барырбыҙ.

Байрамға бына шундай сағыу логотип эшләгәндәр, уртала – башҡорт кейемле матрешка.

#ВсероссийскаяДетскаяФольклориада2026

#IIIБалаларФольклориадыҡатнашыусыһы

#БөтәРәсәйБалаларФольклориадаһы-2026

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас