+21 °С
Облачно
Яңылыҡтар
5 Мая , 08:11

Халыҡ-ара йәштәр фестивале сентябрҙә Екатеринбургта үтәсәк

11–17 сентябрҙә Екатеринбург ҡалаһында Халыҡ-ара йәштәр фестивале үтәсәк. 191 илдән 100 меңдән ашыу йәш кеше унда ҡатнашыуға ғариза биргән. Фестивалдең балалар программаһына 13 меңдән ашыу ғариза алынған.

Халыҡ-ара йәштәр фестивале сентябрҙә Екатеринбургта үтәсәкХалыҡ-ара йәштәр фестивале сентябрҙә Екатеринбургта үтәсәк
Халыҡ-ара йәштәр фестивале сентябрҙә Екатеринбургта үтәсәк

11–17 сентябрҙә Екатеринбург ҡалаһында Халыҡ-ара йәштәр фестивале үтәсәк. 191 илдән 100 меңдән ашыу йәш кеше унда ҡатнашыуға ғариза биргән. Фестивалдең балалар программаһына 13 меңдән ашыу ғариза алынған.

“Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә үтәсәк ҙур фестивалгә бирелгән ғаризаларҙы теркәү йомғаҡтарын Рәсәй Хөкүмәте ултырышында ҡарағандар.

Ғариза биреүселәр араһында – соцпроекттарҙы тормошҡа ашырыусылар, технологияларҙы үҫтереүселәр, фәндә уңыш яулаусылар, үҙ илдәренең дәүләт идараһы өлкәһендә эшләүселәр. Йәш лидерҙар бергәләп глобаль мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләйәсәк. Был халыҡ-ара диалогтың беҙҙең ил майҙансығында үтеүе мөһим, унда президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса йәштәрҙең үҙ һәләттәрен тормошҡа ашырыуы өсөн киң мөмкинлектәр тыуҙырыла”, – тигән вице-премьер Дмитрий Чернышенко.

Рәсәй төбәктәренән фестивалдә ҡатнашыуға 40 меңдән ашыу ғариза килгән. Фестивалдәр тарихында беренсе тапҡыр сит илдәрҙән килгән ғаризалар һаны рәсәйҙәрҙең ғаризалары һанынан күберәк – 20 меңгә.

62 меңдән ашыу ғариза сит илдәрҙән –  Европа, Төньяҡ, Үҙәк һәм Көньяҡ Америка, Африка, Азия илдәренән, Яҡын Көнсығыштан, хатта Австралиянан килгән.

Рәсәй төбәктәре араһында ғаризалар һаны буйынса лидер –  Мәскәү.  Икенсе урында – Свердловск өлкәһе һәм Екатеринбург ҡалаһы. Лидерҙар рәтендә шулай уҡ Санкт-Петербург, Пермь һәм Краснодар крайҙары, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Воронеж өлкәләре, Башҡортостан һәм Татарстан республикалары.

14–17 йәшлек үҫмерҙәр ҙә ҡатнашасаҡ был фестивалдә. Уларҙан йәмғеһе 13 меңдән ашыу ғариза алынған.

Эксперттар эшкә тотонған. Улар бөтә ғаризалар араһынан иң яҡшы 10 меңде айырып аласаҡ.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас