+21 °С
Облачно
Яңылыҡтар
5 Мая , 10:20

“Китап”тың китаптары – Рәсәй нәшерселәре конкурсы лауреаты

Рәсәй Китап нәшерселәре ассоциацияһы Рәсәй халыҡтары беҙәрмлеге йылына бағышлап үткәргән “Рәсәй халыҡтарының  тарихы һәм уларҙың милли мәҙәниәттәренең хәҙерге үҫеше һәм дөйөм Рәсәй мәҙәни процесына интеграцияһы буйынса иң яҡшы баҫмалар” тигән конкурста Зәйнәп Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте лауреатлыҡ яулаған.

“Китап”тың китаптары – Рәсәй нәшерселәре конкурсы лауреаты“Китап”тың китаптары – Рәсәй нәшерселәре конкурсы лауреаты
“Китап”тың китаптары – Рәсәй нәшерселәре конкурсы лауреаты

Өфө IV Китап байрамын үткәрергә әҙерләнә. Китап йәрминкәһе 28–30 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында эшләйәсәк.

Башҡортостанда ауыр замандарҙа ла китап нәшер итеү  эше туҡталғаны булманы. Нәшерселәр төрлө кимәл конкурстарҙа ҡатнаша.

Рәсәй Китап нәшерселәре ассоциацияһы Рәсәй халыҡтары беҙәрмлеге йылына бағышлап үткәргән “Рәсәй халыҡтарының  тарихы һәм уларҙың милли мәҙәниәттәренең хәҙерге үҫеше һәм дөйөм Рәсәй мәҙәни процесына интеграцияһы буйынса иң яҡшы баҫмалар” тигән конкурста Зәйнәп Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте лауреатлыҡ яулаған.

“Танып белеү әҙәбиәтенең иң яҡшы баҫмалары” номинацияһында 26 нәшриәттән 75 баҫма ҡатнашҡан. “Китап”тың “Урал-батыр. Башкирский национальный эрос” тигән баҫмаһы ошо номинацияла лауреат булған.

“Балалар һәм йәш үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы баҫмалар” номинацияһында ошо уҡ нәшриәт баҫҡан “Башкирские народные сказки и легенды” (Ю.Андрианов) китабы лауреатлыҡ яулаған.

 

Сығанаҡ: З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте / ВКонтакте.

“Китап”тың китаптары – Рәсәй нәшерселәре конкурсы лауреаты
“Китап”тың китаптары – Рәсәй нәшерселәре конкурсы лауреаты
“Китап”тың китаптары – Рәсәй нәшерселәре конкурсы лауреаты
“Китап”тың китаптары – Рәсәй нәшерселәре конкурсы лауреаты
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас