

Башҡортостан “Мәскәү электрон мәктәбе” (МЭШ) сервистарына рәсми ҡушыла. Был платформа тәүҙә Мәскәү өсөн асылған булһа, хәҙер Рәсәй төбәктәрендә лә эшләй.
Мәскәүҙә МЭШ системаларын һәм аҫсистемаларын Башҡортостанға индереү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылыуы тураһында республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Мәктәптәребеҙҙең күбеһе 1 сентябргә күсеп өлгөрәсәк, ҡалғандары – йыл аҙағына тиклем.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, МЭШ яңы мөмкинлектәр аса:
- уҡытыусыларға ҡағыҙ эш кәмей, улар квалификацияһын күтәрә һәм тәжрибә уртаҡлаша ала;
- ата-әсәләргә балаларының өлгәшен күҙәтеү, түңәрәктәргә яҙҙырыу, документтарҙы онлайн төҙөү уңайлы була;
- уҡыусылар федераль стандарттарға яуап биргән икһеҙ-сикһеҙ ғилем китапханаһын ҡуллана.
“Беҙ бындай платформаны үҙебеҙҙә лә эшләй алыр инек, тик был иҫ киткес күп сығым һәм ваҡыт талап итер ине. МЭШ башҡа төбәктәрҙә уңышлы эшләй, беҙ ҙә был проектҡа шатланып ҡушылабыҙ. Мәскәү мэры Сергей Собянин менән мәғариф министры Сергей Кравцовҡа был мөмкинлек өсөн рәхмәт”, – тип билдәләне Башлыҡ.
Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәте / БР Башлығы сайты.
Сығанаҡ: Башинформ.

