

Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығын билдәләү уңайынан Өфөлә хәрби техника һәм ретроавтомобилдәр күргәҙмәһе ойошторола. Статик экспозиция (12+) Рус драма театры алдында һәм Ленин майҙанында урынлашасаҡ.
Нимәләр күрә алырбыҙ:
— легендар Т-34 танкыһы;
— БМ-13 «Катюша» хәрби машинаһы;
—БА-64 бронеавтомобиле;
— пулемётлы М-72 мотоциклы;
— хәрби пехота машинаһы;
— газогенераторлы ЗИС-21;
— ЛуАЗ-967санитар автомобиль-амфибияһы;
— «Победа» кабриолеты һәм ГАЗ-дың башҡа экспонаттары.
Бөтәһе 50 берәмек техника ҡуйыла.
Йәнә ялан кухняһы эшләйәсәк.
Күргәҙмә 8 майҙа 14 сәғәттә асыла. 9 майҙа ла эшләй.
Фото: Өфө хакимиәте / матбуғат хеҙмәте.
Сығанаҡ: Башинформ.