+26 °С
Ясно
Яңылыҡтар
7 Мая , 08:20

8 июндә беренсе тапҡыр “Урал батыр” эпосы көнө билдәләнәсәк

Башҡортостан “Урал батыр” эпосы көнөнә әҙерләнә башланы. 8 июнь  республика Башлығы Радий Хәбиров Указы менән “Урал батыр” эпосы көнө тип раҫланды. Быйыл уны тәүге тапҡыр билдәләйбеҙ.

8 июндә беренсе тапҡыр “Урал батыр” эпосы көнө билдәләнәсәк8 июндә беренсе тапҡыр “Урал батыр” эпосы көнө билдәләнәсәк
8 июндә беренсе тапҡыр “Урал батыр” эпосы көнө билдәләнәсәк

Башҡортостан “Урал батыр” эпосы көнөнә әҙерләнә башланы. 8 июнь  республика Башлығы Радий Хәбиров Указы менән “Урал батыр” эпосы көнө тип раҫланды. Быйыл уны тәүге тапҡыр билдәләйбеҙ.

“Урал батыр” эпосы көнөн Белорет районы Исмаҡай ауылында ла киң билдәләнәсәк.

Мәшһүр эпосыбыҙ көнөндә Исмаҡайҙа “Әй Йола” төркөмө сығыш яһаясаҡ. Музыкант Ринат Рамазанов буласаҡ сараны нисек үткәреү тураһында һөйләшергә Белоретҡа барған, район башлығы Азат Хәкимов, “Түңгәүер” ырыуы советы рәйесе Хафиз Иҙрисов менән осрашҡан.

Осрашыуҙан һуң Азат Хәкимов социаль селтәрҙәрҙә легендар Урал батырҙың кәүҙәһе Белорет районы Исмаҡай ауылынан алыҫ түгел урында ерләнгән, тигән версия булыуы тураһында яҙып ҡуйған. Ул урында хатта хәтер ташы ҡуйылған. Йәнә донъяға танылған музыкаль төркөмдөң Һомай тураһындағы клибына Белорет тәбиғәте, билдәле Ирәкташ тауы ла инеүен иҫкә төшөргән район башлығы.

Фото: Белорет район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте / социаль селтәрҙәр.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас