

Иртәгә, 8 майҙа, Башҡортостанда “Фашизмға ҡаршы көрәштә ятып ҡалғандарҙың яҡты иҫтәлегенә" тигән граждан-патриотик йәмәғәт церемонияһы була.
Тантана бөтә республикала бер үк ваҡытта 10.50-нән 11.20-гә тиклем берҙәм тауыш оҙатыуында үтәсәк. Уның эсенә 11.00 сәғәттә башланасаҡ бер минут тынлыҡ та инә.
Акцияны «Рәсәйҙең үлемһеҙ полкы» хәрәкәтенең төбәк штабы һәм Һәләк булған ватанды һаҡлаусылар ғаиләләренең дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе ойоштора.
Ул патриотик хәрәкәттәрҙең маҡсаттарын һәм бурыстарын уртаҡлашҡан ойошмаларҙа һәм учреждениеларҙа үтәсәк.
Ойоштороусылар тантананы эш урындарында, уҡыу кабинеттарында, тамаша һәм спорт залдарында һәм башҡа майҙансыҡтарҙа үткәрергә саҡыра. Шул уҡ ваҡытта барлыҡ хәүефһеҙлек сараларын күҙәтергә кәрәк.
Ҡатнашыусыларға үҙ Еңеүсе һалдатының фотоһы һәм георгий таҫмаһы менән бейдж тағырға, шуның менән уға хөрмәт һәм хәтерләү күрһәтергә тәҡдим ителә.
Тынлыҡ минуты – Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған геройҙар һәм фашизм ҡорбандары хаҡында мәңгелек халыҡ хәтеренең һәм ҡайғыһының символы, тип иҫкә төшөрә акцияны ойоштороусылар.
Фото: Альберт Заһиров.
Сығанаҡ: “Республика Башкортостан” баҫмаһының сайты.