

Ейәнсура районы Арсен ауылында, Еңеү көнөнә арнап, еңел атлетика кросы үткәрелде. Йыл да үтә торған стартҡа 150-ләп кеше сыҡты. Ярышыусыларҙың иң бәләкәйе – 11, иң өлкәне – 65 йәшлек, йәғни олатайҙар менән ейәндәр иңгә-иң ҡуйып йүгерҙе.
Йүгеректәрҙе дәртләндереп, тынлы оркестр дәртле марштар уйнап торҙо.
“Бөгөнгө кросс – ул ябай бәйге генә түгел, ул ветерандарыбыҙға хөрмәт күрһәтеү. Финишҡа, үҙебеҙҙең еңеүгә, табан йүгергәндә беҙ бөгөн тыныс күк йөҙө аҫтында йәшәүебеҙҙе тәьмин иткәндәрҙең бөтәһенә лә рәхмәт әйтәбеҙ”, – ти бәйгелә ҡатнашҡан үҫмер Малик Әбүталипов.
Кросс “Рәсәй спорты” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтте.
Сығанаҡ: Ейәнсура район хакимиәте.