+26 °С
Ясно
Яңылыҡтар
7 Мая , 07:57

Өфөлә мәктәп президенттары форумы үтте

6 майҙа Өфөлә Башҡортостан мәктәптәре президенттарының һәм “Рәсәй бала бөркөттәре” программаһы остаздарының форумы булды. Унда 150-нән ашыу кеше ҡатнашты.

Өфөлә мәктәп президенттары форумы үттеӨфөлә мәктәп президенттары форумы үтте
Өфөлә мәктәп президенттары форумы үтте

6 майҙа Өфөлә Башҡортостан мәктәптәре президенттарының һәм “Рәсәй бала бөркөттәре” программаһы остаздарының форумы булды. Унда 150-нән ашыу кеше ҡатнашты.

“Торатау” конгресс-холында үткән форум мәктәп президенттары, “Бала бөркөттәр”ҙең остаздары һәм мәктәптәрҙең тәрбиә буйынса директор кәңәшселәре өсөн белем биреү интенсивы майҙансығына әүерелде.

Йыйын пленар ултырыштан башланды. Уны Башҡортостан мәғариф министры урынбаҫары Инесса Косолапова асты.

“Уҡыусылар үҙирдаралығы” Бөтә Рәсәй программаһының Башҡортостан төбәк координаторы Валерий Думбадзе уҡыусылар советтарын үҫтереү программаһының йомғаҡтары тураһында һөйләне.

Сара барышында республика мәктәптәрендә уҡыусыларҙың үҙидаралығын үҫтереүҙә уртаҡ ҡараштар булдырылды. Тәжрибә уртаҡлашыуҙың да файҙаһы тейгәндер. Иң мөһиме – ошо йүнәлештә эшләүселәр берләште, үҫеш йүнәлештәрен асыҡланы.

Фото: “Бала саҡ навигаторҙары”. Дим районы / ВК.

 

#ОрлятаРоссии #НавигаторыДетства #Росдетцентр #НавигаторыДетстваРБ
#ДвижениеПервых

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас