

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Кванториум» технопаркы бөтә Башҡортостандан – Әбйәлил, Хәйбулла, Ҡариҙел, Дүртөйлө, Стәрлебаш, Иглин, Ғафури, Нуриман, Благовар райондарынан, Стәрлетамаҡ, Өфө, Октябрьский, Благовещен ҡалаларынан – иң һәләтле балаларҙы йыйҙы.
Мәктәп уҡыусыларына өҫтәмә белем биреү үҙәктәре бөтә төбәктәрҙә лә әүҙем үҫә. Улар – “IT-куб” үҙәктәре, «Кванториум» балалар технопарктары, «Мини-Сириус» һәм «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре. Был майҙансыҡтар “Мәғариф” милли проекты буйынса булдырылған, ә 2025 йылдан “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә лә эшләйҙәр.
Техник ижад фестивале төрлө йәштәге балаларҙы берләштерҙе.
Ҡатнашыусылар түбәндәге йүнәлештәрҙә белемдәрен, сослоғон, оҫталығын күрһәтте:
- лего-конструкторлау. Был категорияла балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә, уҡыусылар ҙа ҡатнашты. Бәләкәстәр – ҡатмарлы конструкциялар менән, ә өлкәнерәктәр инженерлыҡ теүәллеге менән хайран ҡалдырҙы;
- робофишкалар һәм кегельринг – робототехника классикаһы! Ҡатнашыусылар программалау оҫталығын һәм роботтарға теүәлдәрҙән-теүәл идара итә белеүен күрһәтте;
- БПЛА трассаһы. Дрондарҙың тиҙ йөрөшлө трассала ярышы фестивалдең иң мауыҡтырғыс этаптарының береһе булды.
Проекттарҙы яҡлау: балалар эшләп торған роботтарҙы күрһәтте һәм киләсәктә ҡалаларыбыҙҙы яҡшы яҡҡа үҙгәртә алырлыҡ идеяларҙы тәҡдим итте.
«Мин — уйлап табыусы» фестивале — ҙур асыштарға тәүге аҙым ул. Үҙ идеяһын хәбәр итә алған һәм уны тормошҡа ашырырға ҡурҡмаған балаларға афарин!
Сығанаҡ: Башҡортостан Мәғариф министрлығы / матбуғат хеҙмәте.