

9 Май алдынан беҙҙең мәктәп “Еңеү тәҙрәләре” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар мәктәп тәҙрәләрен Бөйөк Еңеү символдары – георгий таҫмалары, ҡыҙыл йондоҙҙар, аҡ күгәрсен һүрәттәре һәм байрамса яҙмалар менән биҙәне.
Һәр композиция — ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтары өсөн беҙҙең рәхмәтебеҙ һәм хөрмәтебеҙ билдәһе ул.
«Еңеү тәҙрәләре» быуындарҙы берләштерә һәм илебеҙҙең героик үткәнен һәр саҡ хәтерҙә тоторға кәрәклеген иҫкәртә. Ошо киң күләмле патриотик хәрәкәткә ҡушылыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ.
Сығанаҡ: Архангел районы Абҙан урта мәктәбе / ВКонтакте.