+24 °С
Облачно
Яңылыҡтар
8 Мая , 07:46

Совет майҙанында - "Еңеү вальсы"

Бөгөн Башҡортостан ҡала-райондарының юғары һәм урта уҡыу йорттары студенттары Өфөнөң Совет майҙанында “Еңеү вальсы”нда әйләнде. Сара Бөйөк Ватан һуғышында  Еңеүҙең 81 йыллығына арналды.

Совет майҙанында - "Еңеү вальсы"Совет майҙанында - "Еңеү вальсы"
Совет майҙанында - "Еңеү вальсы"

Бөгөн Башҡортостан ҡала-райондарының юғары һәм урта уҡыу йорттары студенттары Өфөнөң Совет майҙанында “Еңеү вальсы”нда әйләнде. Сара Бөйөк Ватан һуғышында  Еңеүҙең 81 йыллығына арналды.

Майҙанға йыйылған йәштәрҙе республика Башлығы исеменән Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары  Урал Килсенбаев байрам менән ҡотланы.

Һеҙҙең быуынға мөһим бурыс төшә. Беҙ бөтәбеҙ ҙә Бөйөк Еңеүҙең хаҡын хәтерҙә тоторға тейеш. Һеҙгә, егеттәр-ҡыҙҙар, ата-бабалар  данын һаҡларға һәм уларҙың лайыҡлы вариҫы булырға кәрәк”, – тине Урал Килсенбаев.

1942 йылдың мартында Совет майҙанында Миңнеғәли Шайморатов республика етәкселегенә легендар Башкавдивизияның фронтҡа китергә әҙерлеге тураһында рапорт бирә. Бөгөн үҫмерҙәр һәм йәштәр ошо майҙанда “Синий платочек” һәм “Өфө йүкәләре” көйөнә вальс бейей.

Артабан Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандары иҫтәлегенә тынлыҡ минуты иғлан ителде. Ул берҙәм тауыш сигналы буйынса бөтә республикала үтте.

Фото: Олег Яровиков / Башинформ.

Сығанаҡ: Башинформ.

Совет майҙанында - "Еңеү вальсы"
Совет майҙанында - "Еңеү вальсы"
Совет майҙанында - "Еңеү вальсы"
Совет майҙанында - "Еңеү вальсы"
Совет майҙанында - "Еңеү вальсы"
Совет майҙанында - "Еңеү вальсы"
Совет майҙанында - "Еңеү вальсы"
Совет майҙанында - "Еңеү вальсы"
Совет майҙанында - "Еңеү вальсы"
Совет майҙанында - "Еңеү вальсы"
Совет майҙанында - "Еңеү вальсы"
Совет майҙанында - "Еңеү вальсы"
Совет майҙанында - "Еңеү вальсы"
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас