+15 °С
Облачно
Яңылыҡтар
9 Мая , 07:12

Башҡортостан Башлығы Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды

Бөгөн, 9 майҙа, Бөйөк Еңеү көнөндә, Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы, легендар комдив Миңнеғәли Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды. Тантанала Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, ветеран ойошмалары һәм хәрби берлектәр ағзалары,  махсус хәрби операция яугирҙары ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалдыБашҡортостан Башлығы Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды
Башҡортостан Башлығы Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды

Бөгөн, 9 майҙа, Бөйөк Еңеү көнөндә, Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы, легендар комдив Миңнеғәли Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды. Тантанала Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, ветеран ойошмалары һәм хәрби берлектәр ағзалары,  махсус хәрби операция яугирҙары ҡатнашты.

Нәҡ Совет майҙанында 1942 йылдың мартында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңнеғәли Шайморатов республика етәкселегенә яугирҙарҙың фронтҡа китергә әҙерлеге тураһында рапорт биргән.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Брянск, Воронеж, Көньяҡ-Көнбайыш фронттарҙа йән аямай һуғыша, Сталинград бәрелештәрендә ҡатнаша. Ҡаһарманлығы өсөн дивизияны 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы итеп үҙгәртәләр.

Дивизия Чернигов – Припять операцияһында ҡатнаша, күрһәткән батырлыҡтары өсөн уға Чернигов исеме бирелә. Шулай уҡ Днепрҙы кискәндә, Украинаны, Белоруссияны, Польшаны азат иткәндә, Көнсығыш Померания һәм Берлин операцияларында ҡатнаша. Дивизияның 3 860 яугиры ордендар һәм миҙалдар менән наградлана, 78 кешегә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, ә биш кеше Дан ордендарының тулы кавалеры була.

Совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы мәңге онотолмаҫ. Еңеү бик күп юғалтыуҙар аша яулана. Республиканан 700 меңдән ашыу кеше фронтҡа китә, яртыһы тиерлек яу яландарында ятып ҡала. 127 меңдән ашыуы хәбәрһеҙ юғала.

Бөгөн Башҡортостанда 58 фронтовик иҫән-һау, 26-һы 100 йәшен тултырҙы. Йәнә беҙҙә 4 079 тыл хеҙмәтсәне, 95 660 һуғыш балаһы йәшәй. Һуғыш балаларының күбеһе фиҙакәр хеҙмәте менән Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән.

Фото: Олег Яровиков / Башинформдың фотобанкы.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас