+13 °С
Облачно
Яңылыҡтар
10 Мая , 10:27

Өфөләге Еңеү парадында кадеттар, “шайморатовсылар”, йәш армиясылар ҡатнашты

Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығы айҡанлы Өфөлә үткән парадта 2 меңләп кеше ҡатнашты. Тантаналы парадта баш ҡаланың төп майҙаны буйлап үтеүселәр араһында уҡыусылар ҙа бар ине.

Өфөләге Еңеү парадында кадеттар, “шайморатовсылар”, йәш армиясылар ҡатнаштыӨфөләге Еңеү парадында кадеттар, “шайморатовсылар”, йәш армиясылар ҡатнашты
Өфөләге Еңеү парадында кадеттар, “шайморатовсылар”, йәш армиясылар ҡатнашты

Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығы айҡанлы Өфөлә үткән парадта 2 меңләп кеше ҡатнашты. Тантаналы парадта баш ҡаланың төп майҙаны буйлап үтеүселәр араһында уҡыусылар ҙа бар ине.

Уҡыусылар ағымын Рәсәй Геройы А. Доставалов исемендәге Башҡортостан кадет корпусының барабансылар ротаһы башлап ебәрҙе. Уның артынса бөтә парад расчеттары үтте: ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө кадет интернат-мәктәбе тәрбиәләнеүселәре, Өфө мәктәптәрендәге Шайморатов синыфтары уҡыусылары, Йәш армиясылар, диңгеҙ пехотасылары кадеттары һәм башҡалар.

Башҡортостандың “Витязь-Юниор” диңгеҙ пехотаһы кадет үҙәге быйыл ике парад расчеты әҙерләгән – егеттәр һәм ҡыҙҙар расчеттары. Кадеттар, ҙур ышанысты аҡлап, тығыҙ сафтарҙа атлап үтте. Улар араһында – А. Әхмәтханов иҫтәлегенә бағышланған ҡала конкурсында Гран-при яулаусылар, шулай уҡ тхэквондо буйынса Рәсәй чемпионаты еңеүсеһе, вице-старшины Зиязетдинов Әмир, вице-старшина Сәйфуллин Илназ, өлкән вице-сержант Левшин Эмиль – армия ҡул һуғышы буйынса 2024 йылғы Евразия уйындары еңеүселәре.

Кадеттарҙың йыйылма отряды составында Өфөнөң 161-се лицейынан 46 кадет ҡатнашты.

Тантаналы марштан һуң кадетар Еңеү байрағының күсермәһен, Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы һәм Өфө ҡалаһы флагтарын яҡ-яҡтарынан йәйеп тотоп үтте.

Фото: Башинформ.

Өфөләге Еңеү парадында кадеттар, “шайморатовсылар”, йәш армиясылар ҡатнашты
Өфөләге Еңеү парадында кадеттар, “шайморатовсылар”, йәш армиясылар ҡатнашты
Өфөләге Еңеү парадында кадеттар, “шайморатовсылар”, йәш армиясылар ҡатнашты
Өфөләге Еңеү парадында кадеттар, “шайморатовсылар”, йәш армиясылар ҡатнашты
Өфөләге Еңеү парадында кадеттар, “шайморатовсылар”, йәш армиясылар ҡатнашты
Өфөләге Еңеү парадында кадеттар, “шайморатовсылар”, йәш армиясылар ҡатнашты
Өфөләге Еңеү парадында кадеттар, “шайморатовсылар”, йәш армиясылар ҡатнашты
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас