+11 °С
Облачно
Яңылыҡтар
12 Мая , 06:29

12 майҙа Башҡортостанда Ғаилә аҙналығы башланды

Бөгөн Башҡортостанда Ғаилә аҙналығы башланды. Аҙналыҡты 15 майҙа билдәләнәсәк Халыҡ-ара ғаилә көнө уңайынан нәҡ ошо көндәрҙә үткәрәләр. Ул “Ғаилә” милли проекты сиктәрендә бара.

12 майҙа Башҡортостанда Ғаилә аҙналығы башланды12 майҙа Башҡортостанда Ғаилә аҙналығы башланды
12 майҙа Башҡортостанда Ғаилә аҙналығы башланды

Бөгөн Башҡортостанда Ғаилә аҙналығы башланды. Аҙналыҡты 15 майҙа билдәләнәсәк Халыҡ-ара ғаилә көнө уңайынан нәҡ ошо көндәрҙә үткәрәләр. Ул “Ғаилә” милли проекты сиктәрендә бара.

12–17 майҙа республикала балалар, ата-әсәләр, йәш ғаиләләр, күп балалы ғаиләләр, шулай уҡ балаларға үҙ ата-әсәһен алмаштырған ғаиләләр өсөн төрлө акциялар, саралар, осрашыуҙар үткәреләсәк.

Программаға “Ғаиләнең изгелек бумерангы” акцияһы инә. Ул ауыр донъя хәленә тарыған ғаиләләргә балалар әйберҙәре йыйыуҙан тора.

Шулай уҡ “Сәләмәт ғаилә – сәләмәт республика” акцияһы, “Беҙ бергә – ҙур ғаилә” онлайн-акцияһы, Халыҡ-ара балалар ышаныс телефоны көнөнә арналған саралар һәм “Ғаилә ҡиммәттәре” фестивален үткәреү күҙаллана.

Сығанаҡ: Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас