+15 °С
Облачно
Яңылыҡтар
12 Мая , 08:22

Өфөлә үткән 77-се еңел атлетика эстафетаһында кемдәр еңде?

Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығына арналған 77-се еңел атлетика эстафетаһы йомғаҡтарын хәбәр итәбеҙ. Уны еңеүселәренә Өфө ҡала хакимиәте менән “Молодежная газета” гәзитенең приздары тапшырылды.

Өфөлә үткән 77-се еңел атлетика эстафетаһында кемдәр еңде?Өфөлә үткән 77-се еңел атлетика эстафетаһында кемдәр еңде?
Өфөлә үткән 77-се еңел атлетика эстафетаһында кемдәр еңде?

Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығына арналған 77-се еңел атлетика эстафетаһы йомғаҡтарын хәбәр итәбеҙ. Уны еңеүселәренә Өфө ҡала хакимиәте менән “Молодежная газета” гәзитенең приздары тапшырылды.

6 майҙа үткән эстафетала Өфө студенттары менән уҡыусылары, шулай уҡ янғын һүндереү-ҡотҡарыу отрядтары боецтары, медиктар, спорт ветерандары, сәләмәт тормош һөйөүселәр ҡатнашты.

Мәктәптәр араһында абсолют еңеүсе –

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интераты.

Икенсе урында – Ғ. Бердымөхәмәтов исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы.

Артабан – 118-се мәктәп, 68-се лицей.

Үҫмерҙәр клубтары араһында:

беренсе урында – Калинин районындағы “Адаптивный” клубы,

икенсе урында – Орджоникидзе районының “Диалог” клубы.

Колледждар һәм техникумдар араһында:

беренсе – Өфө сәнәғәт-энергетика техникумы,

икенсе – Башҡортостан архитектура-төҙөлөш колледжы,

өсөнсө – Өфө күп профилле һөнәри колледж.

Башланғыс һөнәри белем учреждениеларының ирҙәр командалары араһында Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы еңеүсе булды.

Сығанаҡ:  “Молодежная газета” / Макс.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас