+11 °С
Облачно
Яңылыҡтар
12 Мая , 06:08

Салауат районында “Ҡарғатуй” үткәргәндәр

Мөрсәлим ауылында башҡорт халҡының милли йолаһы  булған  “Ҡарғатуй” ойошторолған.

Салауат районында  “Ҡарғатуй” үткәргәндәрСалауат районында  “Ҡарғатуй” үткәргәндәр
Салауат районында “Ҡарғатуй” үткәргәндәр

Мөрсәлим ауылында башҡорт халҡының милли йолаһы  булған  “Ҡарғатуй” ойошторолған.

Байрам яҙ көнө  йылы яҡтарҙан ҡоштарҙың әйләнеп ҡайтыуы уңайынан үткәрелер булған. Әүәл, ҡоштарҙы ашатып, мул уңышҡа өмөт итеп була, тип уйлағандар.

Мөрсәлим мәҙәни үҙәгендә ойошторолған байрамда уның мәғәнәһе һәм әһәмиәте тураһында һөйләгәндәр, йола йыр-бейеүҙәре менән таныштырғандар. Был йоланы “Ҡарға бутҡаһы” тип тә йөрөтәләр.

Байрам һуңында бөтәһен дә тәмле бутҡа, ҡоймаҡ, сәй менән һыйлағандар.

Бындай саралар өлкән быуындан йәш быуынға тәрбиә һәм ғаилә ҡиммәттәрен тапшырыуҙың  һөҙөмтәле ысулы булып тора”, – ти Малаяҙҙағы район мәҙәниәт йорто директоры Юлиә Садиҡова. 

“Ҡарғатуй”  “Ғаилә” милли проектының “Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы” төбәк проекты сиктәрендә үткән.

Сығанаҡ:  Салауат район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.

 

Салауат районында  “Ҡарғатуй” үткәргәндәр
Салауат районында  “Ҡарғатуй” үткәргәндәр
Салауат районында  “Ҡарғатуй” үткәргәндәр
Салауат районында  “Ҡарғатуй” үткәргәндәр
Салауат районында  “Ҡарғатуй” үткәргәндәр
Салауат районында “Ҡарғатуй” үткәргәндәр
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас