+23 °С
Облачно
Яңылыҡтар
12 Мая , 12:05

Һуңғы ҡыңғырау көнөндә һаҡ саралары нығытыласаҡ

26 майҙа республиканың бөтә мәктәптәрендә, гимназияларында һәм лицейҙарында һуңғы ҡыңғырау тантанаһы үтәсәк.

Һуңғы ҡыңғырау көнөндә һаҡ саралары нығытыласаҡҺуңғы ҡыңғырау көнөндә һаҡ саралары нығытыласаҡ
Һуңғы ҡыңғырау көнөндә һаҡ саралары нығытыласаҡ

26 майҙа республиканың бөтә мәктәптәрендә, гимназияларында һәм лицейҙарында һуңғы ҡыңғырау тантанаһы үтәсәк.

9-сы һәм 11-се синыфтарҙы быйыл бөтәһе 50 меңдән ашыу бала тамамлай. Тантаналы линейканан һуң меңдәрсә егет һәм ҡыҙ  оло тормошҡа атлаясаҡ.

Мәктәп менән хушлашыу кисәһе тик ыңғай хәтирәләр генә ҡалдырһын өсөн бөтә һаҡ саралары күреләсәк. Башҡортостандың 1200-ҙән ашыу мәктәбе, гимназияһы һәм лицейында был көндө һаҡ  көсәйтеләсәге тураһында хәбәр итә БР мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин.

Фото: Башинформ архивынан.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас