

Баймаҡтың бәләкәй артистары Мәскәүҙән “Рәсәй ҡаҙанышы” тигән халыҡ-ара конкурста халыҡты һоҡландырып ҡайтты. “Саптар” өлгөлө хореография студияһы лауреат булды.
Был конкурста Рәсәйҙән һәм башҡа илдәрҙән 2500 кеше ҡатнашҡан.
“Саптар” студияһында шөғөлләнгән өс төркөмдөң өсөһө лә награда яулаған. Бейеүселәрҙең техникаһы тел тейҙергеһеҙ, хәрәкәттәре күп һанлы репетицияларҙа һәм сығыштарҙа шымарып бөткән. Тамашасыларҙы һәм жюриҙы уларҙың харизмаһы, ихласлығы, дәртлелеге әсир иткән. Коллектив I, II һәм III дәрәжә дипломдар менән бүләкләнгән.
Конкурста ҡатнашыу “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашҡан. Был хаҡта Баймаҡ район хакимиәте яҙа.