

Иртәгә Өфөлә АРТ-квадратта Ғаилә байрамы үткәрелә. Ул 15 май Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арнала.
Сара 14 сәғәттә күргәҙмә-йәрминкә менән асыла. Унда үҫмерҙәр ҡул эштәрен һатыуға ҡуя. Кемдәрҙелер “Үҙ эшеңде нисек асырға” оҫталыҡ дәресе ҡыҙыҡһындырыр.
15 сәғәттә Ғаиләләр парады башлана. 18 сәғәткә тиклем күңелле саралар үтә.
Ойоштороусылар Өфө ғаиләләрен байрамда ҡатнашырға саҡыра.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 12–17 майҙа Башҡортостанда Ғаилә көнөнә арнап Ғаилә аҙналығы үтә. Аҙналыҡ барышында “Изгелек ғаилә бумерангы”, “Сәләмәт ғаилә – сәләмәт республика” тигән һәм башҡа саралар ойошторола.
Сығанаҡ: “Молодежная газета”.
0+