

20 майҙа “III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына 35 көн” тигән тантана була. Ошо көндән алып фольклориадаға тиклем ҡалған көндәрҙе кирегә һанау башлана.
Кирегә һанау башы тантанаһы “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк. Унда халыҡ ижады оҫталары һәм бала артистар ҡатнашасаҡ.
II Бөтә Рәсәй балаалар фольклориадаһы 2024 йылда Татарстанда үткәйне. Эстафетаны Башҡортостанға тапшырырға Татарстан Дәүләт йыр һәм бейеү ансамбленең балалар составы килә.
Ижади кисәлә Ҡырмыҫҡалынан Рәсәйҙең атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы “Далан” өлгөлө хореография ансамбле, Туймазынан Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы “Сәфәр” өлгөлө хореография ансамбле, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле ҡатнашасаҡ. “Башҡортостан” концерт залының фойеһында халыҡ ижады һәм кәсептәренә арналған күргәҙмәләр эшләйәсәк.
III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы Башҡортостанда 23–27 июндә үтәсәк. Илдең 80-ләп төбәгенән 1000-дән ашыу ҡатнашыусы киләсәк.
Проект Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова булышлығында РФ Мәҙәниәт министрлығы һәм В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт Халыҡ ижады йорто тарафынан ойошторола.
Фото: БР Республика халыҡ ижады үҙәге / матбуғат хеҙмәте.
Сығанаҡ: Башинформ.