+25 °С
Облачно
Яңылыҡтар
14 Мая , 06:43

Эшләйем тигән үҫмергә эш табыла ул

Быйыл республикала 12 400 үҫмерҙе эшкә урынлаштырырға план ҡоролған. Ниндәй эштәр барлығын төбәктең Кадрҙар үҙәгендә белешергә була.

Эшләйем тигән үҫмергә эш табыла улЭшләйем тигән үҫмергә эш табыла ул
Эшләйем тигән үҫмергә эш табыла ул

Быйыл республикала 12 400 үҫмерҙе эшкә урынлаштырырға план ҡоролған. Ниндәй эштәр барлығын төбәктең Кадрҙар үҙәгендә белешергә була.

Быйыл йыл башынан бирле Кадрҙар үҙәге булышлығында 14–18 йәшлек 1077 үҫмер эшле булған – былтырғы ошо осорҙан 19 процентҡа күберәк.

Эш табыуҙа ярҙам һорап 1500-ҙән ашыу үҫмер мөрәжәғәт иткән. Беренсе тапҡыр эшкә инеүселәргә вожатый, тәрбиәсе ярҙамсыһы, биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса эшселәр, комплектлаусы, менеджер ярҙамсыһы кеүек эштәр тәҡдим ителгән.

Кадрҙар үҙәге үҙе эшкә урынлаштырған үҫмерҙәргә эш хаҡынан тыш өҫтәмә түләй. Өҫтәмәнең күләме бер ай эсендә эшләнгән эш көндәре өсөн  2142 һум тәшкил итә.

Фото: Башинформ / архив.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас