

Туймазы ҡалаһы 2-се мәктәбенең 11-се синыфы уҡыусыһы Булат Шакиров уҡыусылар һәм студенттарҙың “Большие вызовы” халыҡ-ара фәнни-технологик проекттар конкурсында ҡатнашҡан һәм абруйлы жюри иғтибарына, “БашИнком” предприятиеһының АС-35 биотехнологияһын ҡулланып, файҙалы кишер үҫтереү проектын тәҡдим иткән.
Булат былтыр Башҡортостанда “Тере ер” республика уҡыусылар конкурсында ҡатнаша. Уның проекты, АС-35 биотехнологияһын (Кормилица Микориза, 33 Богатыря, Фитоспорин, Гуми) ҡулланып, кишер үҫтереү буйынса ғилми-технологик эште башҡарыуҙан тора.
Егет “Йәшелсәселек: кишер” номинацияһында еңеүсе була. Шунан “Сириус”тың халыҡ-ара конкурсына ғариза ебәрергә була. Унда ла еңеп сыға. Шатлыҡлы хәбәрҙе республикаға Булат Шакировтың ғилми етәксеһе биология һәм химия уҡытыусыһы Алия Ғиниәтуллина ишеттерә.
“Сириус”та конкурс быйыл 11-се тапҡыр үткән. Унда илдең төрлө төбәктәренән һәм башҡа илдәрҙән 20 меңләп ғариза килгән. “Агросәнәғәт һәм биотехнологиялар” йүнәлешендә һайлау этабын үтеп, Булат 1300 финалсы иҫәбенә эләгә. Финалсыларҙы Сочи ҡалаһына “Сириус” биләмәһенә йомғаҡлау турына саҡыралар.
Рәсәй, Ҡаҙағстан, Тажикстан балалары биш көн буйы инновацияларҙа тәжрибә уртаҡлаша, иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы алдынғы технологиялар менән таныша.
Ошондай абруйлы конкурста Булат һәм уның уҡытыусыһы Алия Ғиниәтуллина “БашИнком” предприятиеһының ғилми етәкселәре булышлығында кишерҙе витаминдарға һәм минералдарға байытып үҫтереү ысулын күрһәтә.
Булат Шакиров “БашИнком” предприятиеһы директоры Вячеслав Иванович Кузнецовҡа һәм ғилми етәкселәргә проектты тормошҡа ашырыуҙағы ҙур ярҙамдары өсөн рәхмәт әйтә.
Булат медицина вузына инергә һәм хәрби табип булырға хыяллана. Тырыш егеттең хыялдары тормошҡа ашырына ышанабыҙ.
Фото, мәғлүмәт: НВП “БашИнком” / ВК.