

Был музыкаль төркөмдө совет ретрофутуризмы рухландыра. Совет заманында фантастика жанры мауыҡтырғыс романдар, фильмдар менән ылыҡтыра торғайны. “Братство Атома” төркөмө лә шундайыраҡ йүнәлештә эшләй. Был төркөм Рәсәйҙә сығарылған Atomic Heart видеоуйынының саундтрегына ла эләккән. Бөгөн төркөм “Өфө-арена”ла “Берҙәмлек шаңдауы” (6+) тигән мультижанрлы тамашала сығыш яһаясаҡ. Проектта Рәсәй төбәктәренән 100-ләп артист ҡатнаша. Ә беҙҙең “Әй Йола” – концерттың хедлайнеры.
“Башинформ” хәбәрсеһе “Братство Атома” төркөмө ҡатнашыусылары Джек һәм Панда менән әңгәмәләшкән.
– Проект идеяһы һеҙгә нисек килде?
ПАНДА: Беҙҙең дуҫлыҡ һәм бергә эшләү 2022 йылдың ноябрендә башланды. Беҙ бер-беребеҙҙе бик осраҡлы тап иттек, артабан эштәр йыһан тиҙлегендә өйөрөлөп китте. Тәүҙә беҙ ScaryON проектын эшләнек, шунан Atomic Heart видеоуйыны рухында берәй нәмә ижад итеү фекере тыуҙы. “BEA-D Theme” тигән трегыбыҙҙы эшләнмәселәргә күрһәтергә булдыҡ. Мөғжизә тиһәң дә була – уйынды эшләүселәр композицияны ишетте. Уларға эш бик көслө тәьҫир яһаған – уны шунда уҡ саундтрекка алырға булғандар. Ай ярым эсендә беҙ Atomic Heart өсөн тағы өс трек яҙҙыҡ.
ДЖЕК: Беҙҙең ScaryON һәм BassnPanda тигән ике соло проектыбыҙ бар ине, улар музыкаһы менән дә, концепцияһы менән дә төрлөләр. Шуға беҙ ижадыбыҙҙы стилистика йәһәтенән икегә бүлергә булдыҡ. Һәр проекттың үҙ аудиторияһы бар. Ошо сәбәптән “Братство Атома” хасил булды. Унда беҙ айырылып торған эстетикалы ретрофутуризм йүнәлешендә генә эшләйбеҙ. Беҙ был стилебеҙҙе “atomicwave” тип атайбыҙ.
– Һеҙҙең музыкала совет эстетикаһына ностальгия һиҙелә. Ә бөгөнгө Рәсәй мәҙәниәтендә 30-40 йылдан йәшәйәсәк музыканттарҙы рухландырырлыҡ нәмәләр бармы?
ПАНДА: Беҙ был ностальгия көндәлек тормош булған саҡта тыуғанбыҙ. Йылдар үткәс, ул бала саҡтың йылы хәтирәләренә әүерелде. Был хәтирәләр “Братство Атома”ның айырылмаҫ өлөшөнә әйләнде. Хәҙер бер көнлөк һәм бер типлы төркөмдәр күп. Бәлки, ҡайһыһылыр культ кимәленә күтәрелер, тик әлегә фекер йөрөтөү ауыр – музыка ваҡыт һәм һөйәрмәндәр һынауын үтергә тейеш. Беҙҙең уйыбыҙса, Женя Трофимов (музыкант, “Комната культуры” төркөмө лидеры – Ред.) киләсәктә шундай классикаға әйләнергә хаҡлы.
– Әлегә төркөмөгөҙ нигеҙҙә каверҙар һәм ремикстар менән билдәле. Киләсәктә “үҙ” материалығыҙҙы яҙҙырыу планы бармы?
ПАНДА: Ысынында был осраҡлылыҡ. Төркөмгә исем уйлағанда нимәгәлер ишаралау күҙҙә тотолманы, әммә шундай сағыштырыуҙар булыуы шәп. Теләктәргә килгәндә, культҡа әйләнгән франшизалар, мәҫәлән, Doom йәки “Ведьмак” өсөн саундтректар яҙырға уйыбыҙ бар. Ләкин тәү сиратта Atomic Heart-2 менән тығыҙ эш итербеҙ тип өмөтләнәбеҙ.
– Һеҙҙең Стереополина, HELVEGEN, Квашена менән ижади коллаборацияларығыҙ бар. Ә ниндәй көнбайыш төркөмө менән уртаҡ трек яҙҙырырға теләр инегеҙ?
ДЖЕК: Уларҙы һанап бөтөп булмаҫ. Бала саҡтан яратҡан төркөмдәр инер ине, моғайын. Джек өсөн – Korn, Мэрилин Мэнсон, Rammstein. Панда өсөн – System Of A Down, Slipknot, шул уҡ Rammstein. Тик беҙ исемлегебеҙгә яңғырауыҡлы исемдәрҙе генә түгел, ә уларҙың ысын хиттарын индерергә теләр инек. 20, 30, 50 йылдан да тыңларлыҡтарын, мәҫәнән, Виктор Цой һәм “Кино” төркөмө кеүек.
– Татьяна Буланова менән “Браво” төркөмө ҡатнашыусылары “Ясный мой свет” һәм “Этот город” йырҙарының һеҙ башҡарған версиялары менән танышмы?
ПАНДА: Эйе, улар был версияларҙы ишетте, әлбиттә. Уларға сәйер тойолдо, шулай ҙа ҡыҙыҡһындырҙы. Аныҡ ҡына бер нәмә лә әйтелмәне, йырҙарҙы тикшереү булманы, улар беҙҙең эште хуплағас, тимәк, яҡшы!
– Һеҙ ни өсөн “Берҙәмлек шаңдауы” проектында ҡатнашырға булдығыҙ?
ДЖЕК: Беҙгә проекттың идеяһы – бөтә илдән һәр береһе уникаль булған йөҙҙәрсә проектты берләштереү теләге – оҡшаны. Берҙәмлектең төп асылы нәҡ шундалыр ҙа. Ә уның шаңдауы донъяның бөтә дүрт тарафына таралыр (көлә).
Фото: “Братство Атома” төркөмө / матбуғат хеҙмәте.
Сығанаҡ: Иван Вавилов / Башинформ.