+15 °С
Облачно
Яңылыҡтар
15 Мая , 10:30

Карина Үзбәкстандағы фестивалдә Гран-при яулаған

Р. Нуриев исемендәге Башҡортостан хореография колледжынан 16 йәшлек студентка Карина Колпакова Үзбәкстанда “Аланга” һәм “Лазги” фестивалдәрендә ҡатнашҡан. “Аланга” фестивале Рәсәй, Үзбәкстан, АҠШ, Германия, Ливан, Ҡаҙағстан, Малайзия, Азербайжандан йәш таланттарҙы йыйған.

Карина Үзбәкстандағы фестивалдә Гран-при яулағанКарина Үзбәкстандағы фестивалдә Гран-при яулаған
Карина Үзбәкстандағы фестивалдә Гран-при яулаған

Р. Нуриев исемендәге Башҡортостан хореография колледжынан 16 йәшлек студентка Карина Колпакова Үзбәкстанда “Аланга” һәм “Лазги” фестивалдәрендә ҡатнашҡан. “Аланга” фестивале Рәсәй, Үзбәкстан, АҠШ, Германия, Ливан, Ҡаҙағстан, Малайзия, Азербайжандан йәш таланттарҙы йыйған.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, хореограф, бейеүсе Йәмилә Бикбаева конкурстың жюрийында эшләгән.

Карина Ташкенттағы конкурста “Бәхет ҡошо Һомай” тигән башҡорт бейеүен бейегән һәм Гран-при яулаған.

Бейеүҙе “Урал батыр” эпосы буйынса Йәмилә Бикбаева ҡуйған. Бейеү Һомайҙың изге күңелен, сафлығын, ихласлығын, бәхетлелеген, аҡыллылығын, илаһи һылыулығын күрһәтә. Музыкаһын композиор Илшат Яхин (2022 йылда ваҡытһыҙ мәрхүм булды) яҙған.

– “Бәхет ҡошо Һомай” бейеүен мин Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеү ансамблендә ҡуйғайным, – ти Йәмилә Бикбаева. – Был бейеү Башҡортостанда ғына түгел, республиканан ситтә лә популяр. Ошо бейеүҙе “Урал батыр” эпосы мотивтары буйынса ҡуйылған “Урал һәм Шүлгән” хореографик спектакленә лә индерҙем. Мин проекттың  авторы һәм балетмейстеры булғайным. Спектакль премьераһы 2022 йылдың декабрендә булды. Һомай мифологик образы – ул беҙҙең тарих, этнопедагогиканың һәм милли мәҙәниәттең бер өлөшө. Беҙҙең эпостың донъяла билдәлелек яулауын теләйем, шуға Үзбәкстандағы халыҡ-ара конкурс-фестивалдәрҙә беҙ Һомай образын хореография теле менән еткерергә тырыштыҡ.

Йәмилә Бикбаева менән Карина Колпакова “Аланга” фестивале барышында дәүләт хореография академияһында башҡорт бейеүе буйынса оҫталыҡ дәресе лә үткәргән.

Үзбәкстанда беҙҙекеләр тағы “Лазги” бейеү фестивалендә лә ҡатнашып өлгөргән. Унда ла төрлө ил бейеүселәре ҡатнашҡан. Карина Колпакова “Бәхет ҡошо Һомай” һәм “Һорнай Лазги” бейеүҙәре менән беренсе урынды яулаған.

“Лазги” фестивалендә Стәрлетамаҡтан Гүзәл Ишмәкова етәкселегендәге “Солнышко” коллективы ла ҡатнашҡан. Ул “Иң яҡшы йәш коллектив” номинацияһында награда алған.

Фото: Йәмилә Бикбаева / Башинформ.

Сығанаҡ: Башинформ.

Карина Үзбәкстандағы фестивалдә Гран-при яулаған
Карина Үзбәкстандағы фестивалдә Гран-при яулаған
Карина Үзбәкстандағы фестивалдә Гран-при яулаған
Карина Үзбәкстандағы фестивалдә Гран-при яулаған
Карина Үзбәкстандағы фестивалдә Гран-при яулаған
Карина Үзбәкстандағы фестивалдә Гран-при яулаған
Карина Үзбәкстандағы фестивалдә Гран-при яулаған
Карина Үзбәкстандағы фестивалдә Гран-при яулаған
Карина Үзбәкстандағы фестивалдә Гран-при яулаған
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас