

15–16 май Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге Ҡурай байрамы булған – ул Ҡурай байрамының 25-сеһе. Ҡурайсылар ярышында Башҡортостандан һәм Силәбе өлкәһенән 400 музыкант ҡатнашҡан. Улар араһында профессиональ артистар ҙа, һәүәҫкәрҙәр ҙә булған.
Башҡортостанда быйыл Ҙур һәм татыу ғаилә йылы барыуын күҙҙә тотоп, быйыл “Ғаилә ансамблдәре” номинацияһы ла индерелгән. 6 ғаилә ансамбле ҡатнашҡан.
Бала ҡурайсылар ҙа быйыл күп булған. Иң йәше – Сибай ҡалаһынан Савинкин Эмир.
Төп призды – Ҡурай бәйгеһенең Гран-прийын – Абдуллин Динар яулаған (Стәрлетамаҡ ҡалаһынан; сығышы менән Йылайыр районынан).
Фото: Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы / ВК.