+11 °С
Ясно
Яңылыҡтар
17 Мая , 08:33

Башҡортостандан 3 бала “Аҡ пароход” фестивалендә ҡатнашсаҡ

XXI  “Аҡ пароход” балалар музыкаль фестивалендә Башҡортостан ҡатнашыусылары исемлеге асыҡланған. Фестиваль быйыл 2 августан 8 сентябргә тиклем үтәсәк.

Башҡортостандан 3 бала “Аҡ пароход” фестивалендә ҡатнашсаҡБашҡортостандан 3 бала “Аҡ пароход” фестивалендә ҡатнашсаҡ
Башҡортостандан 3 бала “Аҡ пароход” фестивалендә ҡатнашсаҡ

XXI  “Аҡ пароход” балалар музыкаль фестивалендә Башҡортостан ҡатнашыусылары исемлеге асыҡланған. Фестиваль быйыл 2 августан 8 сентябргә тиклем үтәсәк.

Фестивалгә бөтә Рәсәйҙән 170 бик талантлы бала киләсәк

Башҡортостандан фестивалгә барасаҡ балалар:

- Рыбакова Елизавета (Благовещен ҡалаһы);

- Рыбалкина Милана (Ноғай ауылы);

- Фәрхетдинов Асҡар (Өфө ҡалаһы).

Фестиваль программаһында – Мәскәү яны парк-отелендә (Ногинск ҡалаһы) балаларҙы йәйге вокал-хор мәктәбендә уҡытыу.

Балалар хор өсөн ҙур концерт программаһын әҙерләйәсәк, концерт менән илдең иң абруйлы сәхнәләрендә сығыш яһаясаҡ.

Фестиваль Мәҙәни инициативалар Президент фонды, Ҙур һәм Мария театрҙары, В.А.Гергиев булышлығында үтә.

Фото: фестиваль сайты / архив.

Сығанаҡ: Башинформ.

 

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас