

“Башҡорт аты – Башҡортостандың бөтә тарихында ышаныслы һәм тоғро дуҫ” ижади эштәр конкурсы тамамланды.
Конкурс түбәндәге номинацияларҙа үтте:
- Рәсем сәнғәте
- Биҙәү-ҡулланма сәнғәт
- Әҙәби ижад.
Муниципаль этапта 32 райондан 1000-ләп кеше ҡатнашһа, республика этабына 260 эш һайлап алынды.
Ауыл хужалығы фәндәре докторы Ираида Әхәтова рәйеслегендәге жюри эштәрҙең юғары кимәлен, йәш ҡатнашыусыларҙың ихласлығын һәм тарихыбыҙҙа башҡорт атының әһәмиәтен тәрән аңлауын билдәләне.
Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Дәүләкән, Иглин, Краснокама, Мәләүез, Туймазы, Учалы райондарынан, Межгорье, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан иң талантлы балалар еңеүсе булды.
Еңеүселәрҙе 29 майҙа “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһендә бүләкләйәсәктәр.
Фото: “Башҡорт аты” башҡорт тоҡомло атын өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты / матбуғат хеҙмәте.
Сығанаҡ: Башинформ.