

Ҙур Балалар фестивале шаңдауы Өфөгә етеп килә. “ЭХО БДФ” – ул спектаклдәр, кино, йәнһүрәттәр, яҙыусылар менән осрашыуҙар ғына түгел, ә балаларға һәм үҫмерҙәргә бик юғары кимәл профессионалдарҙан ҡиммәтле тәжрибә алыу мөмкинлеге лә.
28–31 майҙа “ЭХО БДФ Башҡортостан Республикаһы” балалар фестивале сиктәрендә Өфөлә махсус БДФ Оҫтаханалар ағартыу программаһы эшләйәсәк. Республика балалар театр студиялары, сәнғәт мәктәптәре һәм ижад һарайҙарының 12–16 йәштәге тәрбиәләнеүселәре – бөтәһе 200-ҙән ашыу кеше – илдең абруйлы педагогтары үткәргән тренингтарҙа шөғөлләнәсәк.
Программа ике майҙансыҡта эшләйәсәк.
Беренсеһе – Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы (Өфө ҡалаһы, Свердлов урамы, 38). Дәрестәр 28–31 майҙа 11-ҙән 14-30 сәғәткә тиклем үтә.
Оҫталыҡ дәрестәрен үткәрәләр:
Алла Гилунова – режиссер, хореограф, Мәскәү губерна театрының ҡуйыусы балетмейстеры, ВГИК һәм ГИТИС педагогы, Алла Духова балетының элекке солисткаһы.
«Бейеү… театрҙа һәм тормошта» оҫталыҡ дәресе.
Евгений Астафуров — композитор, аранжировкалаусы, музыкант, ҡуйыусы хормейстер, саунд-продюсер. Мәскәү губерна театрының музыкаль етәксеһе.
«Драма театрында вокал» оҫталыҡ дәресе.
Алла Решетникова — Мәскәү губерна театрының режиссеры. Рәсәй театрҙарында 50-нән ашыу постановка. Актерлыҡ оҫталығы буйынса педагог. «Звезда Театрала» премияһы номинанты.
«Уникаль профессия. Кәүҙә плюс күҙаллау» оҫталыҡ дәресе.
Аделина Сапаева — ҡуйыусы режиссер. Федераль режиссерлыҡ лабораторияларының еңеүсеһе һәм ҡатнашыусыһы. Драма һәм ҡурсаҡ театрҙары араһындағы сикте өйрәнә, иммерсив һәм пластик формалар менән эшләй.
«Ҡурсаҡ һәм предмет менән эш» оҫталыҡ дәресе.
Икенсе майҙансыҡ — Өфө балалар филармонияһы (Өфө, Октябрь проспекты, 33). Дәрестәр 28–31 майҙа көн һайын 11:00 – 14:30 сәғәттә үтәсәк.
Программала:
Дмитрий Платонов — Тататрстан Республикаһының Һәм Ҡырым Республикаһының атҡаҙанған артисы, «Радость моя» балалар телеканалының ҡуйыусы режиссеры, «Созвездие-Йолдызлык» (Ҡазан) театрының художество етәксеһе.
«Сәхнәнән һүҙһеҙ “һөйләп” буламы? Мизансцена әлифбаһы» оҫталыҡ дәресе.
Юрий Смирнов — музыкаль продюсер, композитор, тауыш режиссеры. Мәскәү губерна театрының вокал педагогы. «Хор Турецкого» төркөмөн ойоштороусыларҙың һәм артистарының береһе. Европала иң яҡшы acappella-төркөм тип табылған Cool&Jazzy вокаль төркөмө етәксеһе.
«Музыка һәр кемдә йәшәй» оҫталыҡ дәресе.
Елена Стефанко — актриса. Мәскәүҙең Et Ceteraпод театрының һәм Мәскәү мюзикл театрының сәхнә телмәре педагогы.
«Дикция — техниканан уйынға» оҫталыҡ дәресе
Владимир Беляйкин — актер, Моссовет исемендәге Мәскәү дәүләт академия театрының структур подразделениеһы булған «МОСТ» театрының ҡуйыусы режиссеры, сәхнә хәрәкәте, бейеү һәм степ буйынса педагог.
«Психологик ым-хәрәкәт һәм темпоритм» оҫталыҡ дәресе.
Интенсивтарҙа ҡатнашыу — сәхнәнең алдынғы оҫталарынан профессиональ күнексәләр алыу өсөн уникаль форсат. Приглашаются воспитанники Балалар театр студиялары, сәнғәт мәктәптәр һәм ижад һарайҙарының 12–26 йәшлек тәрбиәләнеүселәре саҡырыла.
Урындар һаны сикле. Теркәлеү мотлаҡ, ошо һылтанма буйынса теркәлергә:https://forms.yandex.ru/u/6a0aecab90fa7b7c6ee641db
«ЭХО БДФ Башҡортостан Республикаһы» проекты Президент мәҙәни инициативалар фонды, РФ Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте булышлығында тормошҡа ашырыла.
Фото: БДФ / матбуғат хеҙмәте.
:#ЭХОБДФ #нацпроектСемья #Фондкультурныхинициатив #Грантдлякреативныхкоманд