

Башҡорт дәүләт медицина университеты фундаменталь һәм ҡулланма микробиология кафедраһының Вуз-ара студенттар кампусында урынлашҡан лабораторияһы 11-се синыф уҡыусыһы Ләйсән Садиҡоваға ғилми проектын яҡларға ярҙамлашҡан.
«МедЗнайка Science» программаһы сиктәрендә Фән һәм технологиялар ун йыллығы инициативаһы булышлығында тормошҡа ашырылған ярҙам “МедЗнайка” һөнәри йүнәлеш мәктәбе тарихында беренсе эш булып тора.
Ләйсәндең эш темаһы “Мәктәп мөхитендә смартфондар тышының микробтар менән бысраныуына сағыштырма анализ” тип атала.
Тикшеренеүҙе Ләйсән бына нисек үткәргән:
- синыфташтарының кеҫә телефондарының тышынан өлгөләр алған,
- уларҙы туҡланмалы мөхиттәргә индергән,
- ниндәй микроорганизмдар барлығын асыҡлаған,
- гаджеттарҙы таҙартып тороу йышлығының бысраҡлыҡ кимәлендә нисек сағылыуын тикшергән.
Гаджеттарҙа хәүефле микроорганизмдар, шул иҫәптән стафилококк, әсетке кеүек бәшмәктәр табылған.
Үҫмерҙәргә, балаларға гаджеттарын йышыраҡ таҙартыу, ҡулдарын һабынлап йыуып йөрөү бер ҙә ҡамасауламаҫ.
Уҡыусы ҡыҙҙың эшен эксперт комиссияһы баһалаған. Ғилми-тикшеренеү эше өсөн билдә аттестатҡа индереләсәк һәм уның уртаса балына йоғонто яһаясаҡ. Ләйсән өсөн был мөһим, сөнки ул Башҡорт дәүләт медицина университетына инергә һәм хирург булырға хыяллана.
«МедЗнайка Science» программаһы йәш тикшеренеүселәрҙе бөтә этаптарҙа – тема һайлауҙан алып проект отчетын академик стандарттар буйынса төҙөү һәм эксперт комиссияһы алдында яҡлауға тиклем – оҙата бара. Уҡыусыларға кураторҙар ярҙамлаша, улар кафедраның лабораториялар базаһына һәм методик ресурстарына индерелә.
Сығанаҡ: БР Мәғариф министрлығы.