+19 °С
Ясно
Яңылыҡтар
20 Мая , 09:31

Тәтешле уҡыусылары ирекмәнлеккә өйрәнә

Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылының М.Б. Бәҙертдинов исемендәге лицейында “Изгелек сығанағы” тигән ирекмәндәр хәрәкәте әүҙем эшләй.

Тәтешле уҡыусылары ирекмәнлеккә өйрәнәТәтешле уҡыусылары ирекмәнлеккә өйрәнә
Тәтешле уҡыусылары ирекмәнлеккә өйрәнә

Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылының М.Б. Бәҙертдинов исемендәге лицейында “Изгелек сығанағы” тигән ирекмәндәр хәрәкәте әүҙем эшләй.

“Үҫеш нөктәһе” гуманитар һәм цифрлы белем биреү үҙәге нигеҙендә барлыҡҡа килгән хәрәкәт файҙалы эштәр менән шөғөлләнә. Сираттағы акцияларҙың береһендә  уҡыусылар һәм уҡытыусылар мохтаждарға кәрәкле әйберҙәрҙе йыйыу, сорттарға айырыу, төрөү менән мәшғүл булды. Был әйберҙәр кешеләргә таратыласаҡ.

Ирекмәнлектә ҡатнашыу балаларға командала эшләү, проекттарҙы тормошҡа ашырыу, төрлө кешеләр менән аралашыу, отчеттар алып барыу кеүек эштәргә өйрәтә, яуаплылыҡ, гражданлыҡ позицияһы, кеше хәлен аңлай белеү кеүек сифаттар тәрбиәләй.

Ирекмәнлек хәрәкәте “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Бөтә яҡшы нәмә балаларға” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бара.

Сығанаҡ: Тәтешле район хакимиәте.

Тәтешле уҡыусылары ирекмәнлеккә өйрәнә
Тәтешле уҡыусылары ирекмәнлеккә өйрәнә
Тәтешле уҡыусылары ирекмәнлеккә өйрәнә
Тәтешле уҡыусылары ирекмәнлеккә өйрәнә
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас