

Рәсәй Мәғариф министрлығы ата-әсәләрҙе балаларының йәйге ял урынын һайлауға, путевка һатып алыу ысулына етди ҡарарға һәм шикле тәҡдимдәргә ышанмаҫҡа саҡыра.
Балаларҙың йәйге ялы буйынса Рәсәй Мәғариф министрлығы федераль ҡыҙыу бәйләнеш асҡан. Белгестәргә 8(800) 250-28-90 номерына шылтыратып була.
“Прогресс” балаларҙы төрлө яҡлы үҫтереү үҙәге менән министрлыҡ эргәһендәге Бөтә Рәсәй ата-әсәләр комитеты ата-әсәләр өсөн ҡулланма әҙерләгән.
Унда путевканы һатып алыуҙа хәүефһеҙ эш итеү ҡағиҙәләре яҙылған: балалар лагерын һайлауҙың дөрөҫ алгоритмы, федераль балалар үҙәгенә путевка алыу тәртибе, балалар ялына дәүләт ярҙамы тураһында мәғлүмәт (льготалар һәм компенсациялар), шулай уҡ практик тәҡдимдәр.
Ата-әсәләргә детскийотдых.рф порталында балаларҙы ял иттереү һәм һауыҡтырыу ойошмалары исемлеге менән танышырға кәрәк.
Шунан балалар лагеры сайтына күсергә, мәғлүмәт менән танышырға, шулай уҡ балалар һәм ата-әсәләр ҡалдырған фекерҙәргә иғтибар итергә тәҡдим ителә.
Һорауҙар булһа, төбәк ҡыҙыу бәйләнеш линияларына йә үҙегеҙ һайлаған ойошмаға тура шылтыратып белешергә була.
Ата-әсәләр өсөн ҡулланма – бында.
Сығанаҡ: Башинформ.