

III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы асылыуға 35 көн ҡалыуын хәбәр итеп, кисә кис “Башҡортостан” дәүләт концерт залы сәхнәһендә кире иҫәп тантанаһы үтте. Унда Башҡортостан мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов менән Поленов исемендәге Рәсәй Халыҡ ижады йорто директоры урынбаҫары Андрей Беляев ҡатнашты.
Балалар фольклориадаһы 23 июндә башланасаҡ. 27-һенә тиклем Өфө төрлө төбәктәрҙән сығыш яһарға килгән балалар тауыштарынан гөрләп торасаҡ. Фольклориадала 1000-дән ашыу бала ҡатнашасаҡ.
– Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы кеүек уникаль проектҡа бер ай ғына ҡалып бара, һәм уның Башҡортостан Республикаһында үтеүе символик мәғәнәгә эйә, – тине Андрей Беляев. Ул балалар фольклориадаһын үткәреү идеяһының нәҡ Башҡортостанда тыуыуын билдәләне.
Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов был мөһим ваҡиғаны ҡабул итеүҙең республика өсөн ҙур ышаныс һәм яуаплылыҡ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Беҙгә 80 төбәктән меңдән ашыу бала килергә әҙерләнә. Был беҙҙең балаларға төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте менән танышыу, үҙҙәренең оҫталығын шымартыу, артабан үҫеү һәм традицияларыбыҙҙы һаҡлау өсөн илһам алыу мөмкинлеген бирәсәк. Былар Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында бигерәк тә көн үҙәгендә тора.
“Башҡортостан” концерт залы сәхнәһендә республиканың иң яҡшы коллективтары сығыш яһаны. Татарстан Дәүләт йыр һәм бейеү ансамбленең балалар вокал-хор студияһы сығышы музыкаль бүләк булды.
*
Фольклориада сараларында Башҡортостан исеменән ҡатнашасаҡтар:
- Әҙеһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле,
- Шамонин ауылынан “Дарман” өлгөлө бейеү ансамбле,
- Күмертау ҡалаһынан “Зоренька” өлгөлө рус йыры ансамбле ,
- Баҡалы районынан ҡурайсы Азамат Ханнанов,
- Көйөргәҙе районынан халыҡ йырҙарын башҡарыусы Әнүәр Вахитов.
Фото: Валерий Шахов / Башинформ.
Сығанаҡ: "Молоджежная газета"