

Кисә Нефтекама ҡалаһына сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 17-се “Ос әйҙә!” урта мәктәбенә барҙы, унда 1-се синыф уҡыусыһы Асель Сәйетова һәм уның әсәһе Гөлназ менән осрашты.
Гөлназ бәләкәй сағында һау-сәләмәт бала булып үҫә, тик өс йәшендә унда ҡаты ауырыу табыла. Аселдең мускулдары кәүҙәһен тотмаҫ була, ул аяҡтан яҙа. Ҡыҙыҡай коляскала ғына йөрөй. 17-се мәктәп уның кеүек ярҙамға мохтаж балалар өсөн яраҡлаштырылған, шуға уны ошо мәктәпкә алалар. Әсәһе һөйләүенсә, Асель музыка мәктәбендә лә шөғөлләнә, фортепианола уйнарға өйрәнә, хорға, вокалға йөрөй.
Радий Хәбиров Асель менән 13 ғинуарҙа Өфө хосписында осрашҡайны. Шунда ҡыҙыҡай Радий Фәри улын Нефтекамаға ҡунаҡҡа саҡырып ҡалғайны.
Уның саҡырыуы буйынса килгән республика етәксеһенә Асель үҙе төшөргән картинаны һәм әсәһе менән әҙерләгән бүләктәрҙе тапшырҙы. Ә Радий Хәбиров Аселгә уҡыу һәм ижади эш өсөн планшет бүләк итте, бәләкәй принцессалар балына саҡырҙы, яҡшы уҡыуын, сәләмәт булыуын теләне.
Республика етәксеһе Аселдең синыфына ла инде һәм уның синыфташтары менән аралашты.
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов / БР Башлығының матбуғат хеҙмәте.
Сығанаҡ: Башинформ.