+22 °С
Ясно
Яңылыҡтар
21 Мая , 12:42

"Шүлгәнташ" музейы абруйлы конкурста еңде

“Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы музей эше өлкәһендәге Д.С.Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булған. Ул – “Милли ҡаҙаныш” номинацияһы еңеүсеһе.

"Шүлгәнташ"  музейы абруйлы конкурста еңде"Шүлгәнташ"  музейы абруйлы конкурста еңде
"Шүлгәнташ" музейы абруйлы конкурста еңде

“Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы музей эше өлкәһендәге Д.С.Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булған. Ул – “Милли ҡаҙаныш” номинацияһы еңеүсеһе.

Оло еңеү  тураһында һөйөнсөләп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөрйәндәге музейға “Петергоф”, “Бородино яланы”, “Сталинград һуғышы” кеүек илдең төп музейҙары конкурент булғанлығы тураһында белдерҙе. Конкурсҡа меңдән ашыу ғариза бирелгән.

Шуға бигерәк тә ҡиммәтле был еңеү! Беҙҙең “Шүлгәнташ” музейы – әлегә Рәсәйҙә палеолит дәүеренең мәмерйә ҡая-таш сәнғәтенә арналған  беренсе һәм берҙән-бер музей. Мәмерйәләге рәсемдәргә 16,5–20,5 мең йыл. Былтыр улар ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде, – ти республика Башлығы, һәр кемде музейға саҡырып.

Фото: Радий Хәбиров / социаль селтәрҙәр / Башинформ.

Сығанаҡ: Башинформ.

"Шүлгәнташ"  музейы абруйлы конкурста еңде
"Шүлгәнташ"  музейы абруйлы конкурста еңде
"Шүлгәнташ"  музейы абруйлы конкурста еңде
"Шүлгәнташ"  музейы абруйлы конкурста еңде
"Шүлгәнташ"  музейы абруйлы конкурста еңде
"Шүлгәнташ"  музейы абруйлы конкурста еңде
"Шүлгәнташ" музейы абруйлы конкурста еңде
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас